Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Апрель 2020, 17:34

Йүнселдәр йүнләй

Районда үҙ эштәрен уңышлы алып барған йүнселдәр рәтенә баҫырға теләп эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙымдарын яһарға йөрьәт иткәндәр ҙә юҡ түгел.

Районда үҙ эштәрен уңышлы алып барған йүнселдәр рәтенә баҫырға теләп эшҡыуарлыҡҡа тәүге аҙымдарын яһарға йөрьәт иткәндәр ҙә юҡ түгел.
Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә бөтәһе һигеҙ проект тәҡдим ителде. Уларҙың күплеге «Агростартап» республика программаһына старт бирелеү ваҡыты яҡынлашыу менән аңлатыла.
Байтаҡ йылдар йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән Осман Османов киләсәктә яңы ҡоролма һатып алырға ниәтләй. Продукцияны эшкәртеү һәм һатыуға сығарыу өсөн махсус ҡаптарға, һауыттарға төрөүсе ҡулланма эште яйға һаласаҡ һәм еңелләштерәсәк.
Артур Рәхимов иһә уҙған йыл аҙағында уҡ район етәкселегенә емеш-еләк үҫтереү буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән ине. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында йүнсел ҡурай еләге һәм ер еләге үҫентеләре, ер эшкәртеү, түтәлдәр яһау, һыу һибеү эштәрен башҡарған CATMANN XD - 65.4 тракторы һатып алмаҡсы.
Киләсәктә үҙ эшен ауыл хужалығы менән бәйләргә теләгәндәр араһында Румил Баһауетдинов та бар. Бөгөн ул ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы һәм техника һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Булат Иманғолов, Николай Семенов та үҙ эшмәкәрлеген ошо юҫыҡта алып бармаҡсы.
Бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар, ти халыҡ. Бар күңелеңде, көсөңдө һалып эшләгәндә, умартасылыҡтан да ярайһы ғына табыш алып була.
Киләсәктә кәсебен умартасылыҡ менән бәйләргә теләгән Марат Фәттәхов бал ҡорттары һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн етәкселектән ярҙам көтә.
Тәҡдимдәр араһында автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһы төҙөүгә ҡағылышлы Андрей Макаровтың проекты ла бар ине.
Уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нең береһендә тәҡдим ителгән Салауат Вәлитовтың Нөгөш ҡасабаһында урынлашасаҡ ял базаһы проекты яңынан ҡаралды, кәңәштәр һәм тәҡдимдәр индерелде.
Күреүебеҙсә, урындағы йүнселдәр эш юҡлыҡҡа зарланып ултырмай, үҙ кәсептәрен асырға тырыша, аҡса табыу юлдарын эҙләй, бизнес өлкәһенә яңылыҡтар индереү менән бергә халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота.
Үҙ маҡсатына табан барғандарға, тәүәккәлдәргә район етәкселеге ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер.
Читайте нас: