ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2020, 16:45

Документһыҙ ит һатҡан

Мәләүез район-ара прокуратураһы балалар баҡсаһында һәм мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙа етешһеҙлектәр асыҡланы.

Мәләүез район-ара прокуратураһы балиғ булмағандар тураһында закондың үтәлешен тикшерҙе.
2018 йылдың декабрендә эшҡыуарҙың мәғариф учреждениелары етәкселәре менән балалар туҡландырыуы ойоштороуға килешеү төҙөлгәне асыҡланды.
Тикшереү шуны күрһәтте: 16 мәғариф учреждениеһына нормативҡа тап килмәгән һәм ветеринар документтары булмаған 400 кг ашыу ит килтерелгән.
Прокуратура ҡушыуы буйынса, комерсант РФ енәйәт кодексының 14.43 статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бынан тыш, шәхси эшҡыуар һәм район хакимиәте башлығына күрһәтмәләр бирелде, етешһеҙлектәр бөтөрөлдө.
Р. ӘХМӘТДИНОВА,
район-ара прокурорҙың ярҙамсыһы.
Читайте нас: