ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2020, 14:49

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә - ауыл хужалығы проекттары

Район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» тырыш, булдыҡлы, алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашыра белгән кешеләрҙе аса.

Район хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» тырыш, булдыҡлы, алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашыра белгән кешеләрҙе аса. Башҡарған эштәре төрлө уларҙың: берәүҙәре мал тота, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, бал ҡорттары үрсетә, кемдер икмәк бешерә, магазин тота, объекттар төҙөй...Шөғөлдәре төрлө булһа ла, бер яҡтары уртаҡ йүнселдәрҙең - күптәр эшһеҙлеккә, ауыр заманға һылтанған саҡта улар яңынан-яңы маҡсаттар менән яна, үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай, үҙ кәсептәрен аса, башҡаларға эш урындары булдырыуға өлгәшә.
Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ауыл ерлегенә бәйле өс проект буйынса фекер алышыуға ҡоролдо.
Юлия Козлова үҙ эшен малсылыҡ тармағы менән бәйләмәксе. Киләсәктә 30 баш һыйыр малы алыуҙы, һөт ризыҡтары етештергән мини-завод асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның проекты буйынса дөйөм инвестициялар күләме биш миллион һум тәшкил итә.
Үҙ кәсебенә ҡағылышлы проект тәҡдим иткән Эдуард Низамов тәжрибәле малсы. Уның шәхси хужалығында техника, 169,9 гектар ере бар. Киләсәктә ул малсылыҡ тармағы менән бәйле эшмәкәрлеген дауам итеүҙе маҡсат итеп алған. Халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк, ти йүнсел.
Өсөнсө проект инициаторы Тимур Хәсәнов йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә уйлай. Ул үҙ хужалығында ат тота, уларҙы аҫрау нескәлектәрен өйрәнә, тәжрибә туплай. Республика конкурсында ҡатнашып, киләсәктә йылҡы малының һанын арттырып, эш өсөн кәрәкле техника һатып алмаҡсы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының «Агростартап» конкурсы башланырға тора. Унда үҙ эшен башларға теләгән һәр кем документтар ебәрә ала.
Читайте нас: