Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Апрель 2020, 14:10

Тырышҡан - моратына ирешкән

Район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» был юлы ла онлайн-режимда алып барылды.

Район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» был юлы ла онлайн-режимда алып барылды.
Тиҙҙән «Агростартап - 2020» республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Үҙ эшен башлап торған урындағы йүнселдәр район етәкселеге менән киләсәккә үҫеш пландары хаҡында фекер алышты.
Марс Хәбибуллин һарымһаҡ үҫтереү буйынса проект әҙерләгән. Бөгөн уның шәхси хужалығы бар. Республика конкурсында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшһә, ер эшкәртеү буйынса техника һатып алмаҡсы. Бүленгән аҡсаға «Беларус» тракторы, «2 ПТС» тағылмаһы, һарымһаҡ ултыртыу өсөн махсус ҡоролма алыу планлаштырыла. Сауҙа кәштәләренә сығарылған был йәшелсәнең беҙгә сит тарафтарҙан килтерелеүен иҫәпкә алғанда, урындағы фермерҙың уны үҙ еребеҙҙә үҫтереү ниәте бик урынлы, минеңсә.
Проект ғәмәлгә ашһа, халыҡ өсөн өҫтәмә 5 эш урыны булдырыу ҙа ҡаралған.
Тәҡдим ителгән икенсе проект Любовь Масаловичтыҡы ине. Ул киләсәктә крәҫтиән-фермер хужалығы һәм ҡортсолоҡ продукцияһын фасовкалау цехы асмаҡсы. Любовь Анатольевна грант аҡсаһына ҡорт күстәре, ауыл хужалығы техникаһы һәм эшмәкәрлек өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Яҡын киләсәктә нәҙекәйбилдәрҙе 250 башҡа күбәйтеү ҡаралған. Тәҡдим хуплау тапһа, яңы дүрт эш урыны булдырыласаҡ, тип көтөлә.
Урындағы йүнселдәрҙең проекттары етәкселек тарафынан раҫланды һәм улар республика кимәлендә лә хуплау табыр, тигән ышаныс ҙур.
Әйткәндәй, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» конкурсына документтар ҡабул итә башланы. Грант республика бюджетынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына бирелә. Ғариза 27 апрелдән 8 майға тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа документтарҙы Рәсәй почтаһы аша 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресына ебәреү һорала. Белешмә өсөн телефон 8 (347) 218-05-26, 8 (347) 218-05-29.
Читайте нас: