ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Май 2020, 14:31

Тырыштар биҙәй тыуған төйәкте

Һәр төбәк уңған, тырыш кешеләре менән дан тота. Беҙҙең районда ла үҙ эшен асҡан, эшмәкәрлеген уңышлы алып барған, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән йүнселдәр байтаҡ.

Һәр төбәк уңған, тырыш кешеләре менән дан тота. Беҙҙең районда ла үҙ эшен асҡан, эшмәкәрлеген уңышлы алып барған, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән йүнселдәр байтаҡ. Үҙ еренең ысын хужалары, ниндәй генә йүнәлештә эшләһәләр ҙә, яулаған уңыштары, ирешкән һөҙәмтәләре менән ҡыуандыра. Урындағы эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге хаҡында беҙ район хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Альберт Таймаҫов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Альберт Әсхәт улы, үҙ кәсебен булдырғандар һәм уны уңышлы алып барғандар беҙҙең районда күпме?
- Заман ауырлығына зарланмай, ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ эшен асырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта. Уларҙың һәр ҡайһыһы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» нә үҙенсәлекле проекттар, яңынан-яңы идеялар менән мөрәжәғәт итә. Беҙ улар менән фекер алышабыҙ, кәрәкле йүнәлеш бирәбеҙ, ярҙам саралары тәҡдим итәбеҙ. Тырыш, булдыҡлы, маҡсатлы кешеләр беҙҙең районда байтаҡ.
- Улар өсөн ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
- Федераль, республиканыҡы менән бергә районда ла эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүсе урындағы программалар эшләй. «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына ярашлы субсидиялар бирелә. Уҙған йылда уларҙы өҫтөнлөклө проект хужалары алды. Шулай уҡ ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә эшһеҙлек буйынса иҫәптә торғандарға шәхси эшен асыу өсөн финанс ярҙам күрһәтелде.
- Эшҡыуарлыҡҡа тотонғандар ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә?
- Бик күп ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле проекттар тәҡдим ителә. Кемдер үҙен ауыл хужалығында йә сауҙа өлкәһендә күрә, берәүҙәр тәүәкәлләп төҙөлөшкә тотона, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә, ҡамыр ризыҡтары бешерергә теләгәндәр ҙә бихисап. Йорт йыһаздары етештереү, кейем тегеү, туризмды үҫтереү, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, автомобилдәр ремонтлау... Һанай китһәң, ошо һәм башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса эшләргә теләүселәр күп. Шундай тырыш һәм булдыҡлы яҡташтар булғанда, райондың ғына түгел, республиканың киләсәге лә өмөтлө, тип ышанам.
- Үҙ эшен асырға йөрьәт иткәндәргә ниндәй кәңәштәрегеҙ бар?
- Тәүәккәлдәр өсөн беҙҙең ишектәр һәр ваҡыт асыҡ. Килһендәр, һөйләшербеҙ, кәңәш бирербеҙ. Район етәкселеге ундайҙарға ярҙам итергә әҙер.
Читайте нас: