ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Август 2020, 16:50

Ҡойо ҡаҙған, таҙартҡан

Ҡойо ҡаҙған, таҙартҡанкешеләр ихтирамға лайыҡМагазинға инһәм, аҙыҡ-түлек кәштәләрендәге ризыҡты “Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк яҡшы” принцибынан сығып һатып алам. Ҡаланың шешәләргә эсәр һыу тултырып һатҡан “НатЭль” ойошмаһы продукцияһын магазинда күреүе ғорурлыҡ тыуҙырҙы тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.

Магазинға инһәм, аҙыҡ-түлек кәштәләрендәге ризыҡты “Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк яҡшы” принцибынан сығып һатып алам. Ҡаланың шешәләргә эсәр һыу тултырып һатҡан “НатЭль” ойошмаһы продукцияһын магазинда күреүе ғорурлыҡ тыуҙырҙы тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Республикабыҙҙа тәме, шифалылығы, сифаты менән дан алған һыу сығанаҡтары күп! Әммә уны һатыу ысулын уйлап тапҡандар бармаҡ менән һанарлыҡ, шулар иҫәбенә Раян Баян улы нигеҙ һалған ойошма инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тыуған яғын яратҡан рухлы, дини яҡташыбыҙ йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән, уның эшен тормош иптәше Эльмина Рәжәпова дауам итә.
Улар 2017 йылда, шәкәр заводының емерелеп бөткән эллекке ашхана бинаһын ремонтлап, “НатЭль” ойошмаһы аса. Ира ауылы янында 72 метр тәрәнлегендәге скважинаны ер аҫты һыуына биш баҫҡыслы таҙартыу үткәрәләр. Дәүләт стандартына яраҡлаштырып һатыуға сығаралар. Һыу сифаты йыш тикшерелә, система заманса фильтрҙар менән йыһазландырылған. Ҡалабыҙҙа шешәләргә тултырып һатылған һыу быйыл “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” конкурсында еңеү яулаған, “Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары” иҫәбенә индерелгән. Бөгөн предприятиеның сменаһына 4 тонна һыу һатыуға сығарырлыҡ ҡеүәте бар. Әле балалар өсөн эсәр һыу етештереү проекты өҫтөндә эшләйҙәр. (Уның тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һанында яҙып үткәйнек.)
Бында ышаныслы хеҙмәткәрҙәр тупланған. Һатыу бүлеге етәксеһе Эльнара Хажиеваның оҫта эш һөҙөмтәһе булып сит ил бренды менән билдәле тауарҙар йәнәшәһендә “AQUANEL” һыуы урын алған. Шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Өфө, Ырымбур ҡалалары магазины кәштәләрендә урын алған. Етештереү цехы начальнигы Никита Алтунин технологияны ла күҙәтә, ҡорамалдарҙың төҙөк эшләүе өсөн дә яуаплы. Иҡтисадсы Динара Фазләхмәтова, беренсе көндән эшләгән линия операторы Татьяна Майерҙы ла етәкселек тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала.
Борон-борондан әҙәм балалары һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Ҡойо ҡаҙған, уны таҙартҡан кешене ҡәҙерләгәндәр, ихтирам иткәндәр. Еребеҙҙең аҫыл биҙәге булған һыу сығанағын һаҡлап, таҙа килеш һатыуға сығарған ойошма йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Яңыраҡ улар “Торатау” янындағы экология акцияһында ҡатнашҡан.
Читайте нас: