ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Октябрь 2020, 18:00

Юлдар, юлдар, ҡайҙа илтә…

Иртәгә - Автомобиль һәм ҡала транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө. Әлеге санитар-эпидемиология хәле хәүеф тыуҙырғанда водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Һәр транспортта битлек режимын күҙәтеү мотлаҡ, быға бәйле пассажирҙарҙың да аңлап ҡабул итеүе ҡиммәт.

Водителдәрҙе һәр саҡ юлдар саҡыра - тик улар хәүефһеҙ булһын. Әлбиттә, "Хәүефһеҙ юлдар" милли проекты буйынса бик ҙур эш башҡарыла. Водителдәр, ҡар-ямғыр, эҫе-һалҡын, боҙлауыҡ-буран тип тормай, һәр саҡ юлда. Уларҙың хеҙмәте еңелдән түгел, тимер атты тыңлатыу ғына аҙ, ҡайҙалыр ситтә бәләгә тарымаҫ өсөн, уның һәр һулышын аңларға, нескәлектәрен белергә кәрәк. Пассажирҙы ваҡытында кәрәкле урынға алып барып еткереү мотлаҡ булһа, ул кеше ғүмере, һаулығы өсөн дә яуаплы. Юлда ҡатмарлы осраҡта ҡайһы саҡ тик руль хужаһының оҫталығы, белеме, иғтибарлылығы фажиғәнән ҡотҡарып ҡала ала. “Башавтортранс” филиалы Мәләүез автотранспорт предприятиеһында оҙаҡ йылдар үҙ һөнәренә тоғро ҡалған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй, шулай уҡ быуындан быуынға күсә килеп, хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килтергән ғаиләләр ҙә бар.
Зөфәр Наҙарғолов та - предприятиела инде 36 йыл. Ул - етәкселектең хөрмәтен яулаған, үҙ эшен яратҡан оҫта белгес. Яуаплы, намыҫлы, абруйлы водителгә иң ауыр маршруттарҙы ла ышанып тапшыралар. Һәр ваҡыт итәғәтле, ипле Зөфәр улын пассажирҙар ҙа ярата. Коллективта абруй ҡаҙанған, йәштәргә остаз, һөнәри серҙәре менән ихлас уртаҡлаша. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы, предприятие Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән даими билдәләнә.
Читайте нас: