Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ноябрь 2020, 18:44

Һөт ҡыйбатланды

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, һөт миҙгеле артта ҡалды, яратҡан ризыҡҡа хаҡ та артты.

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, һөт миҙгеле артта ҡалды, яратҡан ризыҡҡа хаҡ та артты. Башстат мәғлүмәте буйынса, республикала октябрҙә 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 51,75 һумға етте. Йыл башында Башҡортостанда йәшәүселәргә ошондай уҡ һөт 50,06 һумға төшә ине.
Ғәҙәттәгесә, пастеризацияланған һөткә хаҡ буйынса иң ҡиммәт ҡала – баш ҡала. Өфөләр уны уртаса 53,72 һумға һатып ала. Нефтекамала бер литры 49,53 һум тора. Өсөнсөлә - Стәрлетамаҡ, унда 47,91 һумға алырға була. Ә иң арзан һөт – Сибайҙа, бер литры - уртаса 47,03 һум, ти статистиктар.
Баҙар иҡтисадында дөйөм бер кимәл юҡ, шуға күрә етештереүсе, һатыусы талабына ҡарап, аҡсаны төрлөсә һыпыралар. Бер магазинға инһәң - 42 һум, икенсеһендә шул уҡ 47 һум. Ә һеҙ ниндәй хаҡҡа һөт эсәһегеҙ?
Читайте нас: