ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2020, 12:51

Етештерелгән тауар заман талабына яуап бирә

Үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтеүгә әҙер

“Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы” федераль ҡаҙна учреждениеһы ҡабатлап язаға тарттырылыусылар өсөн ҡаты тәртиптә холоҡ төҙәтеү колонияһы булып иҫәпләнә. Учреждение 1953 йылдың 15 мартында асылды. 1964 йылдан бында бензин канистры һәм йәйелмәле карауат етештерелә башланы. Ә 70-се йылдар уртаһында электр һыу йылытҡыс сығарыу юлға һалынды.
Бөгөн 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы дөйөм туҡланыу предприятиелары өсөн бик күп төрлө ҡорамалдар етештерә. Учреждениела заманса технологиялы аш-һыу ҡорамалдары сығарыу яйға һалынған:
  • 60-250 литрлыҡ ризыҡ бешереү электр ҡаҙандары;
  • духовкалы шкафы менән йә унһыҙ ике, өс һәм дүрт камфаркалы электр плиталары;
  • бер, ике, өс секциялы ҡыҙҙырыу шкафтары, электр табалары;
  • “КЭНД-100” һыу ҡайнатҡыс;
  • 200 һәм 400 литрлыҡ электр һыу йылытҡысы;
  • картуф таҙартыу машинаһы;
  • тутыҡмай торған ҡоростан эшкәртеү өҫтәлдәре һәм йыуыу ванналары.
  • “КамАЗ 4308” шассиһында “АЗ тибындағы оператив-хеҙмәт автомобиле”, “КамАЗ 5350”, “ГАЗон Некст” һәм “ГАЗель Некст” махсус транспорт етештерелә. Шулай уҡ туңдырылған һәм һыуытылған аҙыҡ-түлек ташыу өсөн “ГАЗон Некст”, “КамАЗ 4308”, “КамАЗ 65115” шассиһына һыуытҡыс ҡоролма һәм изотермик фургон урынлаштырылған автомобилдәр сығарыла. Һыуытҡыс ҡоролмаһы фургон эсендә минус 20-нән плюс 18 градусҡа тиклем температураны көйләү мөмкинлеге бирә.
    Учреждениела алты тегеү участкаһы бар. 157 төрҙән ашыу тауар етештерелә: матрас, баш кейемдәре, комбинезон, төрлө сәнәғәт тармағы өсөн костюмдар һәм башҡа махсус өҫ кейеме (йәйге, һәр миҙгелгә, йылытылған, дымдан һаҡлаған, яҡтылыҡ сигналы менән). Бынан тыш учреждениела сувенирҙар һәм киң ҡулланыу тауарҙары әҙерләнә: гараж ҡапҡалары, ҡапҡа һәм сүкелгән элементтар менән металл ҡоймалар, бәүелсәк, эскәмйә, беседка, мангал һәм уның ҡоролмаһы, вольер, һыйым, бак, нард, шахматтар, ыҫлау, ҡуҙ, мунса мейестәре.
    7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында квалификациялы кадрҙар, етештереү майҙандары, ҡорамалдар – барыһы ла бар. Учреждение заманса технологиялар һәм ярҙамсы ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған. “7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы” федераль ҡаҙна учреждениеһы хакимиәтебөтә милек төрөндәге ойошма һәм предприятиелар менән етештереүҙе ойоштороу һәм киңәйтеү, шулай уҡ уртаҡ эш асыу буйынса үҙ-ара файҙалы тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙер.
    Читайте нас: