ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2020, 00:29

Шәкәргә хаҡ төшкән, ә башҡаһына

Башстат мәғлүмәте буйынса бер аҙнала Башҡортостанда йәшелсә, йомортҡа, эремсек ҡиммәтләнгән, шәкәр арзанайған.

Уҙған аҙна менән сағыштырғанда республикала айырыуса яңы өҙөлгән ҡыярға хаҡ артҡан - 20,5 процентҡа. Уртаса алғанда, бер килограмы 118 һумға тиклем. Ошо ваҡыт эсендә помидор 11 процентҡа тиерлек ҡиммәтләнгән — бер килограмы 113 һум тора. Шартлы өсөнсө урында – йомортҡа, уның хаҡы 5,6 процентҡа артҡан. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә ун йомортҡа уртаса 68 һумға төшә. Ә Мәләүездә "Магнит" селтәрендә 1-се сортлыһы - 69,99 һум. Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ кишер, майлы эремсек, тоҙ, сосиска, сарделька, алма, дөгө, кәбеҫтә, башлы һуған, карамель, туңдырылған балыҡ, вермишель, үҫемлек майы, шоколад кәнфите, балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары, маргарин, ҡаймаҡ, һөт, тауыҡ, икмәк, ит консервалары, он, бешерелгән колбаса, макарон һәм печенье бар. Бер аҙнала уларҙың хаҡтары 0,1-2,8 процентҡа күтәрелгән. Ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ 2,2 процентҡа төшкән - бер килограмы уртаса 75 һум. Шәкәр – бер аҙнала минус 1 процент. Республикала хәҙер уның бер килограмы яҡынса 48 һум тора. "Магнит"та килограмы - 44,99 һум, ә 5 килолыһы - 45,99-ар һумдан тура килә. Аҡ май һәм шәкәр 1,7 һәм 1 процентҡа арзанайған. Бынан тыш, сусҡа ите, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, картуф, балалар өсөн ит консервалары, тары ярмаһы һәм ҡара сәй 0,04-0,7 процентҡа осһоҙайған. Бер аҙнала республикала һыйыр, һарыҡ итенә һәм балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаларына ғына хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Читайте нас: