ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Март 2021, 18:57

"Туҡтамаҡ" - ризыҡтары телеңде йоторлоҡ

"Туҡтамаҡ"ҡа кил - барыһы ла бар: ҡул туҡмасы, билмән, манты, голубцы, фрикадельки, тефтели, биточки, тултырма, чебуреки, ваҡ бәлеш телеңде йоторлоҡ. Бала саҡта әсәйең әҙерләгәнде ашаған кеүек булаһың, бар талсыҡҡаның юҡҡа сыға, бөтәһе лә тәбиғи, сусҡа итенең эҙе лә юҡ. Хас өйҙәге кеүек, таҙа, тәрбиәле. Йәнең башҡа ризыҡ теләһә, 8 9996236063 телефонына шылтыратып, алдан заказ бир. “Күләм, һан артынан ҡыуып, сифатҡа зарар килтерергә ярамай, иң беренсе талап - сифатҡа хыянат итмәҫкә”, - тип иҫәпләй эшҡыуар Гөлназ Сәйетғәли ҡыҙы Аҡсурина.Туҡтамаҡ билмән кибете адресы - Мәләүез ҡалаһы, Чернышевский урамы, 24.

Мәләүез ҡалаһы ҙур булмаһа ла, сауҙа нөктәләре күп. Ә шулай ҙа ашығыс саҡта йә бик арығанда тиҙ генә бешереп ашарлыҡ сифатлы ризыҡ табыуы анһат түгел. Был мәсьәлә ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән Гөлназ Аҡсуринаны ла ун йыл самаһы борсой һәм ул ҡәтғи ҡарарға килә: яҡташтарын ауылдағыса тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән ул үҙе тәьмин итәсәк. Ишектәрен яңы асҡан аҙыҡ-түлек магазины хужаһы өсөн иң мөһиме ризыҡтың тәмле лә, файҙалы ла булыуы. Ғүмер буйы дөйөм туҡланыу системаһында эшләп, иң талапсан ҡулланыусыға – балаларға, етәкселеккә - аш-һыу әҙерләгән Гөлназ Сәйетғәли ҡыҙы: “Күләм, һан артынан ҡыуып, сифатҡа зарар килтерергә ярамай, шул уҡ ваҡытта клиент оҡшағанын һайлап алырлыҡ ассортимент булдырыу ҙа мотлаҡ”, - тип иҫәпләй эшҡыуар ханым.
Читайте нас: