Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль 2021, 17:15

Ике төбәктең баш ҡалалары араһында тест рейсы

Заманса “Орлан” рельс автобусы Өфө - Ырымбур маршруты буйынса тест үтте.

Ике төбәктең баш ҡалалары араһында тест рейсы
Ике төбәктең баш ҡалалары араһында тест рейсы

Заманса “Орлан” рельс автобусы Өфө - Ырымбур маршруты буйынса тест үтте.

Һынау барышында Өфө - Дим – Стәрлетамаҡ – Салауат – Мәләүез – Күмертау – Ырымбур маршруттарында  “Орлан”-дың тиҙлек мөмкинлеге тикшерелде. Ул 409 километрҙы 6 сәғәттән дә аҙ ваҡытта үтте. 2,3 миллиондан ашыу кеше йәшәгән маршрут биләмәһендә ошондай тиҙлек пассажирҙар өсөн бик уңайлы буласаҡ.

Республика биләмәһендә проекттың әһәмиәтле өлөшө ғәмәлгә ашырылған. Пассажирҙар араһында рельс автобусы иң яратҡан, һорау менән файҙаланған транспортҡа әйләнгән.

“Орлан” тимер юлының электр үтмәгән участкаларында йөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Автобус салонында пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Йошаҡ креслолар, биотуалеттар, махсуслаштырылған күтәрмәләр, мөмкинлеге сиклеләр өсөн айырым урындар. Микроклимат, видеокүҙәтеү, янғын хәүефһеҙлеге системалары ҡоролған. Һәр вагонда мәғлүмәт таблоһы бар.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Гөлназ МАНАПОВА.

Ике төбәктең баш ҡалалары араһында тест рейсы
Ике төбәктең баш ҡалалары араһында тест рейсы
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: