Конгэк
+12 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 12:28

Ҡышҡылыҡҡа рассольник

Ҡыяр арыу үҫте, ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме, әйҙәгеҙ, рассольник әҙерләмәһе яһайыҡ. Эштән ҡайта һалып тиҙ генә аш бешерергә кәрәккәндә, бик тә ярап ҡуя.

Ҡышҡылыҡҡа рассольник
Ҡышҡылыҡҡа рассольник

Ҡыярығыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме, әйҙәгеҙ, рассольник әҙерләмәһе яһайыҡ. Эштән ҡайта һалып тиҙ генә аш бешерергә кәрәккәндә, бик ярап ҡуя.

2-3 килограмм ҡыяр, 0,5-әр килограмм кишер, һуған, алдан бешерелгән перловка ярма­һы (2-3 стакан), укроп, петрушка, самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, 500 грамм томат пастаһы, 200 миллилитр үҫемлек майы, 4 аш ҡалағы һеркә алына.

Йәшелсәне ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, һуғанды ярымҡулсалап, укропты, петрушканы турарға.

Май һалып бешерергә ҡуйырға. 40 минут быҡтырғас, перловка өҫтәп, тағы ла 5 минут ҡайнатырға, банкаларға тулты­рырҙан алда һеркә һалырға. Банкаларҙы ҡаплап, һыуынғансы юрған аҫтында ҡалдырырға. 6-7 (0,7) банка була.

Яратып ашайбыҙ, бик тәмле килеп сыға.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Ҡышҡылыҡҡа рассольник
Ҡышҡылыҡҡа рассольник
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: