Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2021, 14:30

Роман Баранов: ”Клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ”

Мәләүез районы ауыл хужалығы етештереүселәренә малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәләрендә продукция етештереү өсөн ваҡытында финанс-кредит ярҙам күрһәтеү бик әһәмиәтле. Былтыр аграрийҙар менән 522, 5 миллион һумлыҡ 50 килешеү төҙөлдө. 212,4 миллион һум аҡса - ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар, 30,9 миллион һумлыҡ кредит мал алырға бирелде

Роман Баранов:  ”Клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ”
Роман Баранов: ”Клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ”

  “Россельхозбанк” акционерҙар йәмғиәтенең урындағы офисы идарасыһы Роман Барановтың эше юғары баһалана.

 Былтыр ул Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Яңыраҡ агросәнәғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн  Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылды.

“Беҙҙең банк - күп профилле, универсаль, дәүләткә ҡараған берҙән-бер банк. Мәләүез районы ауыл хужалығы етештереүселәренә малсылыҡ  һәм үҫемлекселек  өлкәләрендә продукция етештереү өсөн ваҡытында финанс-кредит  ярҙам күрһәтеү бик әһәмиәтле. Былтыр аграрийҙар менән  522, 5  миллион һумлыҡ 50 килешеү төҙөлдө. 212,4  миллион һум аҡса  - ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар, 30,9 миллион һумлыҡ кредит мал алырға  бирелде. Ауыл ерендә шәхси хужалыҡ алып барғандар ҙа льготалы ставкалар менән йыш файҙалана: 2020 йылдан  92,7 миллион һумға  287  килешеү төҙөлгән”, -ти Роман Юрьевич. 2012 йылдан алып  етәкләгән коллективта ул юғары компетентлы хеҙмәткәрҙәр туплаған. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе, бик күп мәсьәләләрҙе  һығылмалы һәм бик тиҙ хәл итеүҙе  юғары кимәлдә ойошторорға ирешкән инициативлы  етәксе ул. Өлгөлө ғаилә башлығы яҡындарын хәстәрләп йәшәй, йорт усағын һаҡлаусы, өс бала бүләк иткән Наталья Александровнаға рәхмәтле. Һандар менән генә эш итә тип уйламағыҙ, дәртләнеп эшләргә көс тупларға ул тыуған ауылы Воскресенскиға 

йыш юллана, әсәһе Елена Георгиевна эшләгән картина галереяһына барып илһам ала.

Роман Баранов:  ”Клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ”
Роман Баранов: ”Клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ”
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: