Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2022, 08:40

Яйлы эш - майлы эш

Әҙәм балаһына был донъяла бәхетле булһын өсөн нимә кәрәк? Һаулыҡ, бәхет, яҡындары именлеге, уңыштар. Балаларыбыҙҙың ғилемле булыуын, тырышып уҡып юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ. Юғары уҡыу йортон тамамлау тураһындағы диплом ғына кешене бәхетле итә аламы? Бәлки, ваҡытында дөрөҫ маҡсат ҡуйып, әкиәттәге Аҡбуҙаттың ҡанаттарын ваҡытында эләктерһәң, ул һине бәхет иленә илтәлер? Ҡалабыҙ эшҡыуары Партев Абраамян, тик үҙенең тырышлығы арҡаһында был донъяла уңыштарға өлгәшкән, үҙенең урынын тапҡан.

Яйлы эш - майлы эш
Яйлы эш - майлы эш

 

Әҙәм балаһына был донъяла бәхетле булһын өсөн нимә кәрәк? Һаулыҡ,  бәхет, яҡындары именлеге, уңыштар. Балаларыбыҙҙың ғилемле булыуын, тырышып уҡып юғары үрҙәр яулауын теләйбеҙ. Юғары уҡыу йортон тамамлау тураһындағы диплом ғына кешене бәхетле итә аламы? Бәлки, ваҡытында дөрөҫ маҡсат ҡуйып, әкиәттәге Аҡбуҙаттың ҡанаттарын ваҡытында эләктерһәң, ул һине бәхет иленә илтәлер?

Ҡалабыҙ эшҡыуары Партев Абраамян, тик үҙенең тырышлығы арҡаһында был донъяла уңыштарға өлгәшкән, үҙенең урынын тапҡан.

Хәтерләйһегеҙме, өс тиҫтә йыл элек республикала заманында төҙөлөш эштәренә Әрмәнстандан килеп ир-егеттәр ялланып эшләй торғайны. Ана шул осорҙан киң күңелле башҡорт халҡы үҙ иткәнгә мәҡәлә геройы Мәләүез ерендә төпләнеп ҡала. Бөгөн ул - аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар.  Ҡала ситендәге “Аргус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт бинаһына барып инеү менән, ундағы төҙөклөккә хайран ҡалаһың: буштан ғына эшҡыуар үҙ юлын төҙөлөш эшендә ҡулын шымартмаған, тигән уй килә.

Был милләт кешеләрендә эшҡуарлыҡ һәләте бигерәк ныҡ көслө: Партев Авганович 2005 йылда үҙен ауыл хужалығында ла һынап ҡарай һәм ярайһы уңышлы ғына эш алып бара. Бөгөн уның 1767 гектар сәсеүлек ере бар. Ерҙе заманса эшкәртер өсөн ҡеүәтле техника туплаған, ете кешегә эш урыны биргән. Агросәнәғәт өлкәһендә  күп йыл намыҫлы хеҙмәте  Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының, район етәкселегенең Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

Эшҡыуар һәр ваҡытта үҙенең белемен камиллаштыра. Боландар төркөмөнә ҡараған маралдар тураһында, уларҙан килем алыу хаҡында күп уҡый. Иҫәпләүҙәр буйынса килемле эш буласағын аңлағас, 2013  йылда Алтай яғынан бер нисә тиҫтә ҡыр кейеген алып ҡайта һәм Башҡортостанда беренселәрҙән булып уларҙы үрсетә башлай. Бөгөнгө көндә  улар һаны 260-ҡа еткән.  Өркәк урман йәнлеген нисек  аҫрай, тигән һорау тыуыр гәзит уҡыусыларҙа. Көйөргәҙе районы ерендә тәбиғәттең гүзәл мөйөшөндә бейек ҡойма менән уратылған 60  гектар майҙанда улар үҙҙәрен иркен тоя. Ҡырағай йәнлектәргә ҡарап һоҡланыр өсөн үҫтермәй уны эшҡыуар. Күптәр марал мөгөҙөнөң файҙаһы тураһында ишеткәне, уҡығаны барҙыр. Ваҡланған мөгөҙ онтаҡтары ярҙамында бик күп сирҙәрҙән арынырға мөмкин, баҡтиһәң. Яҙға ит эшкәртеү цехы асырға ниәтләйҙәр: бастурма һәм башҡа деликатестар әҙерләргә тотонасаҡтар. Тимәк, тағы яңы эш урындары булдырыла. Ә яҡын киләсәктә етәксе ҡырағай йәнлектәрҙең мөгөҙөн консервалап һатыу тураһында хыяллана.  Ҡуйған маҡсатына ынтылып, хеҙмәтенән йәм, тәм табып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән йәшәй Партев Абраамян.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Марал мөгөҙө башҡа боландарҙың мөгөҙөнән күпкә файҙалы”, - ти  Партев Абраамян.

Автор фотоһы.

Яйлы эш - майлы эш
Яйлы эш - майлы эш
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: