Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2022, 14:45

Еләк-емеш миҙгеле башланды

Һалҡынса ғына кабинеттты ташлап, төшкө ял мәлендә ҡала урамындағы сауҙа рәттәре аша уҙырға булдым. Их, көндөң эҫелегееее! Тынды ҡура ғына. Ә бында, бер нимәгә ҡарамай, апай-әбейҙәр ихласлап сауҙа итә. Йәнең ни теләй, һатып ал, аҡсаң ғына булһын.

 

Һалҡынса ғына кабинеттты ташлап, төшкө ял мәлендә ҡала урамындағы сауҙа рәттәре аша уҙырға булдым. Их, көндөң эҫелегееее! Тынды ҡура ғына. Ә бында, бер нимәгә ҡарамай, апай-әбейҙәр ихласлап сауҙа итә. Йәнең ни теләй, һатып ал, аҡсаң ғына булһын. Ҡорот 300 грамм - 120, баҡса еләге (бер килограмм) - 400, стаканы - 130, жимолость еләге ни эшләптер осһоҙораҡ - 120, теплица ҡыяры - 120, редисканың бәйләме - 50 һум. Тамьян ауылынан бер ханым ялан сәскәләре гөлләмәләрен сығарған, яланға сығып йыйырға теләмәһәң, 120 һумға ал да яҡыныңды ҡыуандыр, рәхим генә ит. Кейәү үләнененең ҡупшы ғына бәйләме - 30 һум. Һатыусыһы булғас, алыусыһы ла бар. Берәү тулайым 900 һумға һатып киткән. Сәскә һатыусылар, әйткәндәй, күп кенә. Миҫалға, петуния сәскәһен 100 һумға һаталар. Хаҡтар ҙа тешләшмәй.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: