Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ғинуар 2023, 10:50

Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата

Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп
Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп

 

Йылытыу осоро ҡасан башлана һәм ҡасан тамамлана?

Үҙ биләмәләрендә йылытыу осорон башлау һәм тамамлау тураһындағы ҡарарҙы муниципаль берәмек хакимиәттәре ҡабул итә.


Әммә, нисек кенә булмаһын, 5 көн дауамында урамда уртаса һауа температураһы +8°С-тан түбәнерәк булһа, икенсе көнгә йылы бирелергә тейеш.

Ә 5 көн дауамында урамда уртаса һауа температураһы +8°С-тан юғары булһа, йылы биреү туҡтатыла.

Йылытыу миҙгелендә фатирҙа һауа температураһы ниндәй булырға тейеш?

  Торлаҡ бүлмәләрҙә - +18°С-тан кәм булмаҫҡа

  мөйөштәге бүлмәләрҙә - +20°С кимәлендә

Әгәр фатирығыҙҙа температура ошо күрһәткестәрҙән түбәнерәк тип иҫәпләйһегеҙ икән, тәү сиратта, акт төҙөү һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн идарасы ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Киләһе яҙмаларҙа йылылыҡ хаҡында күберәк мәғлүмәт менән таныштырырбыҙ - яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан1310:33
 
Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп
Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп
Йылылыҡ тураһында - ябай ғына итеп
Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: