Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2023, 11:20

Хаҡтар нисек көйләнә?

Магазин кәштәһендәге әйбер һәм аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡтың үҙгәреүе нимәгә бәйле? Ҡулланыусы менән сауҙа өлкәһе араһында мөнәсәбәтте кем көйләй? Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Альберт ТАЙМАҪОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Хаҡтар нисек көйләнә?
Хаҡтар нисек көйләнә?

Тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтың артыуы халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләр иҫәбендә. Магазин кәштәһендәге әйбер һәм аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡтың үҙгәреүе нимәгә бәйле? Ҡулланыусы менән сауҙа өлкәһе араһында мөнәсәбәтте кем көйләй? Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Альберт ТАЙМАҪОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- Альберт Әсхәт улы, халыҡты сауҙа өлкәһендә хаҡтарҙың йыш  үҙгәреүе борсой. Теге йәки был көнкүреш әйберенә, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған тәғәйен хаҡтың үҙгәреү-үҙгәрмәүен күҙәтеүсе бармы?

- Һәр аҙна район хакимиәте сауҙа нөктәләрендә һатылған социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлек хаҡтарына мониторинг үткәрә. Тикшереү һөҙөмтәләре Берҙәм системаға теркәлеп, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының мәғлүмәт туплау порталына ебәрелә. Сәнәғәт тауарҙарына ҡуйылған уртаса хаҡтың көйләнешен контроль-касса техникаһы биргән мәғлүмәт буйынса Федераль һалым һәм монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәттәре идаралыҡтары күҙәтә.     

- Социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә нимәләр инә?

- Был исемлекте йәшәү өсөн мөһим эсәр һыу, икмәк, сәй, һөт, ит, шәкәр, тоҙ, он, йомортҡа, май, ярмалар, картуф, кәбеҫтә, һуған, кишер, туҡмас, алма, печенье, йәш балалар өсөн аҙыҡ-түлек кеүек 32 ризыҡ төрө тулыландыра. Аңлауығыҙса, был дөйөмләштерелгән исемлек, сөнки ит, май, һөт үҙе генә лә бер нисә төргә бүленә, шулай уҡ ярма, туҡмас та.

- Йәшерен-батырыны юҡ, тауарға ҡуйылған хаҡтар төрлө урында төрлөсә. Ниндәйҙер магазинда кәрәкле әйбереңде бер хаҡҡа алһаң, икенсеһендә ул ҡиммәтерәк йә киреһенсә, арзаныраҡ булып сыға. Был нимәгә бәйле?

- Бында сәбәптәрҙең бик күп булыуы мөмкин...

 

Беҙҙең әңгәмә тулыһынса гәзиттең 12-се һанында баҫылды.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: