+29 °С
Болотло
Республика делегацияһы составына нефть продукттарын һатыусы предприятиелар, шыйыҡландырылған газ һаҡлау өсөн һауыттар, химия продукцияһы, хужалыҡ тауарҙары, уйынсыҡтар етештереүселәр һәм башҡалар инде. Өс көн дауамында, 22 марттан 24-нә тиклем, башҡортостан компаниялары Монголияның профилле предприятиеларына барасаҡ, монгол компаниялары вәкилдәре менән күсмә осрашыуҙары, Шулай уҡ Монголияның профилле министрлыҡтары вәкилдәре менән эш осрашыуҙары үткәрәсәк.