Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2023, 14:10

Ниһайәт!

Өфөлә Волга буйы федераль округында еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн беренсе росстандарт һынау лабораторияһы эшләй башланы.

23 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм техник көйләү, метрология буйынса федераль агентлыҡ (росстандарт) етәксеһе Антон Шалаев Амран Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә булды. Улар Волга буйы федераль округында беренсе еңел сәнәғәт продукцияһын һынау лабораторияһын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнаша. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 80 миллион һум аҡса һалынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың апрелендә Өфөлә рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Һәм Антон Шалаев республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә аккредитацияланған һынау лабораторияһын булдырыу кәрәклеген тикшерҙе. Ә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында 2022 йылда уны эшләтеп ебәреү тураһында һөйләшеп килешелде.

Лаборатория базаһы еңел сәнәғәт предприятиеларына элек Мәскәү йәки Свердловск өлкәләрендә үткәрелгән продукцияны һынауға сығымдарҙы кәметергә, шулай уҡ баҙарға килгән продукцияның сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Атап әйткәндә, һүҙ мәктәп формаһы һәм махсус кейем тураһында бара, уларға эксплуатация характеристикалары һәм хәүефһеҙлек буйынса етди талаптар ҡуйыла.

Радий Хәбиров Һәм Антон Шалаев сәнәғәттең бөтә тармаҡтары ойошмалары менән үҙ-ара эш иткән геометрик дәүмәлдәрҙе үлсәү саралары бүлеге эше менән танышты. Хәҙерге эталон базаһы, юғары аныҡлыҡтағы үлсәү приборҙары юғары квалификациялы персоналға аныҡ үлсәүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Бында бөтәһе 150 берәмек тикшереү ҡорамалдары һәм үлсәү приборҙары бар. Үҙәк белгестәре теүәл приборҙар ярҙамында Башҡортостан Башлығының ҡултамғаһының ауырлығын билдәләне. Республика етәксеһе ҡағыҙ битенә ҡул ҡуйҙы, уны үлсәү приборына урынлаштырҙылар һәм 0,00042 грамм һөҙөмтә алдылар.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: