ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 16:37

Урал аръяғы-2023 инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Евразия халыҡтары йыйылышы вәкиллеге тарафынан эш иртәнге аш үткәрелде

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге сара вәкиллектең даими итальян партнеры — «Сант'Агостино» коммерцияға ҡарамаған берекмәһе (Сант'Агостино) урынында иртәнге аш форматында үтте

Урал аръяғы-2023 инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Евразия халыҡтары йыйылышы вәкиллеге тарафынан эш иртәнге аш үткәрелде
Урал аръяғы-2023 инвестиция һабантуйы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Евразия халыҡтары йыйылышы вәкиллеге тарафынан эш иртәнге аш үткәрелде

— Республикала хөкүмәт кимәлендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү сараларының тотош бер спектры тормошҡа ашырыла. Быйыл был маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эшҡыуарҙарҙың һәм үҙмәшғүлдәрҙең үҫешен дәртләндереү өсөн махсуслаштырылған төбәк учреждениелары эшләй. Быйыл улар кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 192 вәкиленә, шулай уҡ үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәткән. Финанс ярҙамдың дөйөм суммаһы 648 миллион һумдан ашып китте», — тип аңлатты Премьер-министр.

Федераль кимәлдә Президент гранттары фонды аша Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттарына булышлыҡ итеү өсөн бүленгән аҡса күләме былтыр 204 миллион һумдан ашып киткән. Граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды аша тағы ла 261 миллион һум бүленгән.

Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү механизмдарын тормошҡа ашырыу һәм Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә ойошторолған социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү буйынса рейтинг һөҙөмтәләре буйынса республика икенсе урын алды.

фото https://pravitelstvorb.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: