ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
12 Декабрь 2017, 15:55

Ҡаһарманлыҡ бетон саркофагтан көслө

Уларҙың ысын мәғәнәһендә илһөйәр тип аталырға хаҡы барҺәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күп кеше ҡатнаша.

Уларҙың ысын мәғәнәһендә илһөйәр тип аталырға хаҡы бар
Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күп кеше ҡатнаша. Беренсе көндәрҙә үк махсус бригада төҙөлә һәм май баштарында ЧАЭС-ҡа оҙатыла. Тәүҙә Чернобылдә атом сәнәғәте белгестәре эшләй, һуңғараҡ Ҡораллы көстәр ҙә йәлеп ителә.
Припять ҡалаһын кәртәләү, биналарҙы йыуыу, эшкәртеүҙә беҙҙең яҡташтар ҙа ситтә ҡалманы. Припять йылғаһы буйына дамба төҙөлә, ныҡ зарарланған ауылдарҙы күмеп, ҡәберлектәр яһала, Чернобылдә дезактивация уҙғарыла. Бар ерҙә лә дозиметрсылар тикшереүе ойошторола.
Иң ҙур эштәр станцияла башҡарыла. 4-се блок янындағы емереклектәр алыҫтан идара ителгән бульдозерҙар һәм башҡа техника менән йыйыла. Ҡыйыҡтарҙы таҙартыу ҙа ҡатмарлы була. Техника әллә ни эшләй алмай, шунлыҡтан бейектәге конструкцияларҙы махсус кейемле кешеләр, һалдаттар көрәк, лом менән таҙарта. Шартлаған реактор һәм емереклектәр өс ай эсендә махсус ҡаплау - саркофаг менән ябыла. 1986 йылдың ноябрендә 4-се атом блогы тулыһынса ябыла, был яуаплы эш менән инженер Владимир Рудаков етәкселек итә, һуңғараҡ ул радиация нурланышынан вафат була.
Саркофаг ҙур, бейек бетон япма формаһында төҙөлә, 30 йыл хеҙмәт итә.
Уның икенсеһе 2007 йылда төҙөлә башлай, сәйәси һәм финанс мәсьәләгә бәйле, бер аҙ туҡталып тора, тик 2016 йылдың ноябрендә генә тамамлана: оҙонлоғо - 165 метр, бейеклеге - 100, киңлеге - 257 метр. Иҫәпләүҙәр буйынса, 100 йыл хеҙмәт итергә тейеш.
Ошо дата айҡанлы Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар һәйкәле янында тантаналы митинг ойошторолдо. Ошо утлы өйөрмәнең артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып эшләгән бер төркөм яҡташтарыбыҙға район Хакимиәте Маҡтау грамотаһы, Чернобылселәр Союзы йәмғиәте ойошмаһы Рәхмәт хаты, иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Чернобыль шартлауы уларҙың һаулыҡтарында сағыла, әммә дөйөм хәүефһеҙлекте ауыртыу-һыҙлауҙарҙан юғары икәнлеген яҡшы аңлай улар.
Читайте нас: