ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
16 Декабрь 2017, 17:49

Гимн, Герб һәм флаг - беҙҙең тарих һәм киләсәк

Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, дәүләт сәйәсәте ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыраРәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы геральдик советта Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре символдарын рәсми теркәүгә һәм уларҙы тантаналы рәүештә тапшырыуға 10 йыл тулыу айҡанлы сара уҙҙы.

Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, дәүләт сәйәсәте ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы геральдик советта Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре символдарын рәсми теркәүгә һәм уларҙы тантаналы рәүештә тапшырыуға 10 йыл тулыу айҡанлы сара уҙҙы. Уны ойоштороусылар “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә район Хакимиәте һәм “Символика” йәмғиәте.
Йыйылышта ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт символдарын сағылдырған күсмә күргәҙмә менән танышты. Ҡала мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында республика райондары, Рәсәй төбәктәре һәм донъялағы барлыҡ илдәрҙең дәүләт символдары ҡуйылған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне.
Сараның рәсми өлөшөндә район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәр ил һәм дәүләт, субъект, район-ҡалаларҙың айырым герб, флаг һәм гимны илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡҡа әйҙәүсе атрибутика икәнлегенә баҫым яһаны.
- Бөтә рәсми саралар Гимн менән башлана һәм тамамлана. Мәләүез районы геральдикаһы - беҙҙең ғорурлыҡ, тарих. Унда тарихи, мәҙәни милли һәм беҙгә генә хас үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ сағыла, - тине район башлығы.
Шулай уҡ үҙ сығыштарында район Советы рәйесе Александр Суботин, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Илшат Солтангәрәев, эске эштәр бүлеге ветераны, запастағы полковник Фәйзрахман Ғүмәров ил һәм республика халҡын берләштереүҙә, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ тәрбиәләүҙә дәүләт символикалары роленең мөһимлеген яҡтыртты.
Дәүләт символдары күргәҙмәһен ойоштороусы “Символика” йәмғиәте директоры Вил Ғәйнетдинов йыйылыусыларға, уҡыусыларға, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, данлы республиканан икәнлектәрен онотмаҫҡа, ғорурланырға һәм һәр ваҡыт уны яҡларға әҙер булырға саҡырҙы, сараға килгәндәрҙе байрам менән ҡотланы. Сара ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы менән үрелеп барҙы.
Рәсми өлөштән һуң ”Асыҡ дәрес” форматында уҙған сарала ҡатнашыусылар Рәсәй, республика, район-ҡалалар символикаһы тураһында белемдәрен нығытты, фекер алышты. Бындай осрашыуҙар республика муниципалитеттары буйлап 2 октябрҙән 27 декабргә тиклем дауам итә.
ҺҮРӘТТӘ: уҡыусылар район флагы тураһында тыңлай.
Читайте нас: