ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
16 Декабрь 2017, 18:19

Тыуған ил, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ

9декабрҙә илебеҙҙә "Ватан геройҙары көнө” билдәләнә. Ул 2007 йылда РФПрезидентының 28 февралендәге Указы менәнбулдырылды.9декабрҙә илебеҙҙә "Ватан геройҙары көнө” билдәләнә. Ул 2007 йылда РФПрезидентының 28 февралендәге Указы менәнбулдырылды.

9 декабрҙә илебеҙҙә "Ватан геройҙары көнө” билдәләнә. Ул 2007 йылда РФ Президентының 28 февралендәге Указы менән булдырылды. Байрам тарихы үткән быуаттарға тоташа. Батшабикә Екатерина II ил менән идара иткән ваҡытта - 1769 йылда - Изге Георгий ордены булдыра. Ул йылдарҙа был наградаға ҡыйыу, илһөйәр яугирҙәр лайыҡ була.
Тап ошо көн 4-се мәктәптә уҡыусылар менән берлектә Ватан Геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Афғанстанда һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандар, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡындары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре саҡырылды.
Алып барыусылар Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ яҡташтарыбыҙ тураһында биографик белешмә менән таныштырҙы. Шуларҙың береһе - герой Степан Кочетковтың ҡустыһы Николай Михайлович ағаһы тураһында иҫтәлектәр менән бүлеште. Оло быуын вәкиле исеменән ветерандар Союзы рәйесе Александр Кузнецов сығыш яһап, үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тураһында һөйләне. “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтов сығышында ла тәрбиәүи ноталар сағылыш тапты. Тантанала бер төркөм афған, чечен һуғышы ветерандарына миҙалдар тапшырылды.
Ваҡиғалар яңыра, быуындар алмашына. Тик азатлығыбыҙ, тыныс тормошобоҙ хаҡына ҡылынған оло батырлыҡтарҙы йышыраҡ хәтерләһәк ине. Шунан да артыҡ ҡиммәт юҡтыр батыр рухы өсөн.
Читайте нас: