ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
11 Ғинуар 2018, 12:35

Хөрмәттә, ихтирамда йәшәй

Үзбәкова Ғәйшә Хәким ҡыҙы 1939 йыл 2 октябрҙә Мәләүез районы Һәргәйауылында тыуа. 1942 йылда атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, әсәһе икенсебалаға ауырлы булып, Ғәйшә ҡыҙы менән Ереккә күсенеп ҡайта.

Үзбәкова Ғәйшә Хәким ҡыҙы 1939 йыл 2 октябрҙә Мәләүез районы Һәргәй ауылында тыуа. 1942 йылда атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, әсәһе икенсе балаға ауырлы булып, Ғәйшә ҡыҙы менән Ереккә күсенеп ҡайта. Бында икенсе ҡыҙы Миңнисаһы донъяға килә. Йәш сабыйлы әсәһенә беренсе ярҙамсы булып, бала сағынан ауыр эшкә егелеп үҫә ҡыҙ. 1954-55 йылдарҙа 15 йәшлек Ғәйшә, 5 кеше менән кирбес һуғып, уны мейестә яндырып, колхоз төҙөлөшөнә кирбес әҙерләүҙә ҡатнаша.
1956 йылда һылыу ҡыҙға Әбет ауылы егете Тимербайҙың күҙе төшөп, улар өйләнешә. 17 йәшендә беренсе ҡыҙы Зәбирәһен ҡулына алыу бәхетен татый ул. Колхоз фермаһында 10 йыл һауынсы булып эшләй, йәй көндәрендә гектар ярымлап сөгөлдөрөн дә утай. Үзбәковтар татыу ғаиләлә ике ул, өс ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына оҙата.
Олоғайған әсәһе ауырый башлағас, уны тәрбиәләр өсөн үҙ янына күсереп ала Ғәйшә Хәким ҡыҙы. Ауыл фермаһы малын комплексҡа күсергәс, медицина пунктында санитарка бурысын башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, эшен ташламай, дауам итә. Тормош һынауҙары ла урап үтмәй уны. Ҡәҙерле кешеһе - әсәһен юғалта, төҙөлөштә имгәнеп, оҙаҡ сирләгән улы Әкрәмде ерләргә тура килә, тормош юлдашы ла вафат була.
Һаулығы ҡаҡшап тороуға ҡарамаҫтан, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, балалары хөрмәтендә, ихтирамында донъя көтә көслө рухлы Ғәйшә Хәким ҡыҙы.
Гөлсөм КҮСМӘЕВА.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: