ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Ғинуар 2018, 15:40

Батырҙар исемде - һәйкәлдә

Халҡыбыҙ ғорурлығы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре исемлеге артты

Халҡыбыҙ ғорурлығы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре исемлеге артты
Ауыр, ҡанлы һуғыш юлдарын башҡорт һалдаттарының нисек үтеүе, һан һәм техника яғынан өҫтөн булған дошманға ҡаршы Тыуған ил өсөн йәндәрен аямайынса алышыуҙары тураһында күренекле әҙиптәребеҙ тарафынан күп китаптар яҙылған. Билдәле булыуынса, дивизия һуғышҡа 1942 йылдың 30 июнендә инә һәм 9 октябргә тиклем Курск өлкәһендә оборона тота.
Мин 1982 йылдан алып Липецк өлкәһенең Тербуны районында йәшәйем һәм эшләйем. Ошо статьяла был яҡтарҙа башҡорт һалдаттарының исемдәрен мәңгеләштереү нисек ойошторолғанлығын яҙып үтәм. Ҡанлы һәм шанлы ваҡиғалар үтеүенә һигеҙ тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, атай-олатайҙарын эҙләгәндәр байтаҡ әле.
Липецк өлкәһе ойошторолған 1954 йылда Тербуны районы ла хәҙерге сиктәре кимәлендә билдәләнә. Һуғыш йылдарында бында дивизия оборонала торғанда, башҡорт яугирҙәре ике район сигендә һуғышҡаны мәғлүм булды. Тәүҙә, 30 июндән 7 июлгә тиклем Борки, Апухтино, Малые Борки ауылдарын оборонала тотҡандар, был биләмә Курск өлкәһе Тербуны районына ингән. 9 июлдән 9 октябргә тиклем тотҡан позициялары икенсе Тербуны - Казинка, Бурдино ауылдары – Курск өлкәһенең Большеполянский районы. 1954 йылдан был биләмәләр Липецк өлкәһенең Тербуны районына инә. Ошо хәл эҙләнеүселәр, атай-олатайҙарын эҙләгәндәр өсөн байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ла инде.
1942 йылдың ил өсөн иң ауыр йәйендә дивизия 3 айҙан ашыу оборона тота, байтаҡ юғалтыуҙар була. Үҙемә ошонда һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен тулыһынса асыҡлауҙы маҡсат итеп, архив документтарын, белдереү, хәтер китаптарын тикшерҙем, сағыштырҙым. Эҙләй торғас, һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 424 һуғышсы асыҡланды. Уларҙың күбеһе ауылдарҙағы һәйкәлдәргә яҙылған. Йыш ҡына хәбәр итеүҙәр, “Ҡара ҡағыҙ”, “Хәтер китабы”нда үлгән урындары яҙылған, ә ысынбарлыҡта исемдәре икенсе урында һәйкәлдә. Ҡаты алыш барғанда һәләк булғандарҙы йыйып, үлгән урындарынан алыҫ булмаған урман ситендә йә ҡалҡыулыҡта күмгәндәр. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында, урман-болондарҙан уларҙың ҡалдыҡтарын йыйып, ауыл урталарында туғандар ҡәберлектәренә кире ерләгәндәр. Архив хеҙмәткәрҙәре белдереү ҡағыҙҙарынан исем-шәрифтәрен күсереп алғанда яңылышлыҡтар ебәргән. Бер генә хәрефтә хата ебәрелһә лә, эҙләгән кешене табып булмағанын компьютер аша эҙләгәндәр яҡшы белә. Тағы шуныһы ла бар, туғандар ҡәберлегендәге исемлекте ОБД мемориал сайтының “Берҙәм реестры”на индереү бик аҡрын бара, беҙҙең һуғышсыларҙың да күптәре инмәгән. Ошо сәбәптәр арҡаһында атай-олатайҙарҙы, туғандарҙы табыу бик ҡатмарлы.
Һәләк булғандар һәм юғалғандар араһында Мәләүез районынан да 4 һалдат бар, уларҙың исемдәре ҡайһы һәйкәлдә икәнен еткерәм. Исем-шәрифтәрендә, ауыл атамаларында хаталар булыуы мөмкин, дивизияның белдереү ҡағыҙында нисек яҙылған булһа, шул килеш яҙам.
Озерки ауылындағы һәйкәл: Ибрагимов Ишмурзи Суфиевич – Кутуш ауылы. Бөтә дивизиянан ошо көнгә тиклем бер һәйкәлгә лә 148 һалдат исеме индерелмәгән ине. Был исемлектә Мәләүез районынан да 3 кеше: Габитов Кадыр Шагиахметович – Мелузовский с/с; Яхин Касым (Касим) Абиталипович – Арслановский с/с; Якупов Гимран Габбасович – Ташево ауылы.
Тербуны районындағы оборона алыштары үтеүенә - 75 йыл тулыуына 11 ноябрҙә Вторые Тербуны ауылында яңы һәйкәл ҡуйылды, мин тапҡан 148 һалдаттың исем-шәрифе ҡушылып, яңы исемлек төҙөлдө, шул иҫәптән Мәләүез районынан ошо көнгәсә исеме бер һәйкәлгә лә яҙылмаған 3 һалдат та – ошо исемлектә.
Замир Вахитов, Тербуны районы, Липецк өлкәһе.
Һүрәттәрҙә: Мәләүез районы һалдаттары Яҡупов Ғимран Ғәббәс улы һәм Яхин Ҡасим Әбүталип улы Вторые Тербуны ауылындағы һәйкәлдәге исемлектә. Атай-олатайҙарын эҙләгәндәр, уларҙың исем-шәрифтәрен һәйкәлдәрҙәге фотоларын күрергә теләгәндәр, 8-9205081430 телефоны йәки [email protected] электрон адресына Вахитов Замир Мөхтәр улына мөрәжәғәт итһен.
Читайте нас: