Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Ғинуар 2018, 12:41

Бергә булайыҡ- берҙәм булайыҡ!

Мәләүездә “Яугир” ойошмаһы йәш быуында илһөйәрлек, рух, тәрбиәләү, мәҙәниәтте һаҡлаусы ойошма булараҡ билдәле.

Мәләүездә “Яугир” ойошмаһы йәш быуында илһөйәрлек, рух, тәрбиәләү, мәҙәниәтте һаҡлаусы ойошма булараҡ билдәле.
Ул тәүҙә “Башҡорт казактары” тип атала. 2016 йылдан алып “Яугир” тип үҙгәртелә. Спорт, балалар, тарих, мәғариф, карьера, бизнес йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Спорт өлкәһендә йыл һайын республика кимәлендә 9-сы гимназияла Кинйә Арыҫланов исемендәге “Көрәш” ярышы үткәрә. Шулай уҡ сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында «Ҡул көрәше”, волейбол буйынса секциялары даими эшләп килә. Ойошма тарафынан икенсе йыл рәттән Ҡотош ауылында Әшрәф Хужәхмәтовҡа арналған спартакиада үтә.
Башҡорт теленең һуңғы осорҙа киҫкен хәлдә булыуын иҫәпкә алып, телде һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен һаҡлап ҡалдырыуҙа ҙур эш алып барыла. Милли эпостарыбыҙ менән бер рәттән илебеҙ тарихы, милләтебеҙ хаҡында төрлө мәҡәләләр, китаптар баҫтырып сығарыу телебеҙҙең киләсәгенә булышлыҡ итер тигән ниәт менән тырышып эшләйҙәр.
“Яугир ” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы теленә, иленә битараф булмаған, рухлы һәм дәртле милләттәштәребеҙҙе уртаҡ илһөйәрлек эштәр башҡарырға саҡыра. Ойошма бүлмәһе Октябрь урамы, 4 буйынса урынлашҡан. Белешмәләр өсөн телефон: 89276375558
Ойошманың төп маҡсаты – киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоһо, спорт, физик культураға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, шулай уҡ башҡа милләттәр менән килешеп йәшәү.
Төп девизы – “Бергә булайыҡ- берҙәм булайыҡ”.
Ойошмаға Радик Салауатов, Дамир Кусекаев, Салауат Кинйәбулатов, Радик Дәүләтшин, Әхмәт Бәҙриев, Ринат Мырҙабулатов, Илшат Әхмәров, Радик Әйүповтар йыш ҡына бағымсы ярҙамы күрһәтә.
Әлеге көндә ойошмала 160-тан артыҡ кеше ҫәпләнә. Уны Эдуард Исмәғилев етәкләй.
Киң мәғлүмәт саралары өсөн Радик Әйүпов, кадрҙар буйынса Марат Аҙнағолов, иҡтисади эштәргә Илмир Уразинбәтов, спорт сараларын ойоштороуға Айнур Хисаметдинов, Мәғариф һәм Йәштәр сәйәсәте буйынса Ирек Маликов яуаплы. Ойошма быйылғы йылдан яңы офисҡа күскән. Әлеге ваҡытта тренажер залы асыу менән мәшғүлдәр. Яңы идеялар, пландар менән янып йәшәгән «Яугир” ойошмаһы егеттәренә киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Һүрәттә: «Яугир” ойошмаһы егеттәре 2017 йылға йомғаҡ яһап, 2018 йылға яңы пландар менән уртаҡлаша.
Автор фотоһы.
Читайте нас: