ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Ғинуар 2018, 13:29

Бойороҡ - бер аҙым да сигенмәҫкә!

1942-1943 йылдарҙа Сталинград өсөн ҡаты алыштарбашлана. Һуғыштың 1942 йылдың 17 июленән 18 ноябренә тиклем оборона тотола, 19ноябрҙән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем һөжүм алып барыла.

1942-1943 йылдарҙа Сталинград өсөн ҡаты алыштар башлана. Һуғыштың 1942 йылдың 17 июленән 18 ноябренә тиклем оборона тотола, 19 ноябрҙән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем һөжүм алып барыла. Гитлер армияһы бөтә көсөн һәм иғтибарын фронттың был йүнәлешенә төбәй, сөнки Дон, Кубань, Волга буйы ерҙәре уңдырышлылығы, ә Кавказ нефть ятҡылығына бай булыуы ымһындыра.
Сталинградты дошманға бирмәү өсөн бөтәһе лә ҡалҡан булып баҫа, меңәрләгән халыҡ, эвакуацияланыуҙан баш тартып, Совет ғәскәрҙәренә ярҙамға сафҡа баҫа. Дошман Гитлерҙың «1942 йылдың 25 июленә тиклем Сталинградты яулау» бойороғон үтәү өсөн фельдмаршал Паулюс етәкселегендә һуғыша. Совет һалдаттары Ватаныбыҙҙың һәр аҙым ере һәм уларҙы Волга аша сығармау өсөн батырҙарса көрәшә. 200 көн дауам иткән алыштың 140 көнө ҡала эсендә дауам итә. «Бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә!» девизы бойороҡҡа әүерелә. Яугирҙәр, үлем ҡурҡынысы янағанда ла бер аҙым да артҡа сигенмәй, дошманды ҡыйратыу антына тоғро ҡала. Совет Армияһы ғәскәрҙәре илбаҫарҙарға ҡаршы 1942 йылдың 19 ноябрендә һөжүмгә күсә. Тағы ике айҙан Ҡыҙыл Армия Сталинград тирәләй 300 меңләп фашисты ҡыҫырыҡлай. Тап ошо алыш илде илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҙур роль уйнай. Совет ғәскәрҙәре көнбайышҡа юллана.
Был еңеү Совет халҡын яңы уңыштарға әйҙәй, берҙәмлеккә саҡыра.
Бөгөн үҙгәртелгән исемле Волгоград хаҡлы рәүештә Герой-ҡала исемен йөрөтә. Йәнен аямайынса тыуған ерен һаҡлау өсөн алышҡан яугирҙәр башын һалған төйәк ул. Мамай курганындағы донъялағы иң ҙур скульптура «Ил-Әсә» монументы әле лә халыҡты илһөйәрлеккә әйҙәй.
Читайте нас: