ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Ғинуар 2018, 14:31

Илһөйәрлек онотолорға тейеш түгел

Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, аслыҡ-яланғаслыҡ һынауын еңгән, үлемменән күҙгә-күҙ осрашырға тура килгәндәр донъя, йәшәйешкә икенсе төрлө ҡарашта.

Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, аслыҡ-яланғаслыҡ һынауын еңгән, үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килгәндәр донъя, йәшәйешкә икенсе төрлө ҡарашта. Ундайҙар, ығы-зығы күтәрмәй, осоноп бармай, кешелек сифаттарын юғалтмай, хәбәрен уйлап һөйләй, мохтаждарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Уларҙы бөгөн хаҡлы рәүештә илһөйәр еңеүселәр быуыны тип атайҙар. Улар быға лайыҡ.
Оҙаҡламай Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын ҡаршылайбыҙ. Беҙҙең атай-олатайҙар шанлы 45-тә Берлинға барып етеп, Рейхстаг өҫтөнә флаг ҡаҙаны һәм Советтар Союзы халҡының ысын илһөйәрҙәр быуыны, еңелмәҫ ил булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне.
Чернобыль һәләкәтенән һуң уларҙың улдары тағы батырлыҡ ҡылды. Бына шулай ил һаҡсылары яңынан-яңы һынауҙарҙы үтте. Бында улар кешелеккә янаған күҙгә күренмәгән афәт - үлемесле атомдың таралыуына кәртә ҡуйҙы. Беҙ йыш ҡына мәктәптә, уҡыу йорттарында осрашыуҙарҙа уҡыусыларҙан “Нимә һуң ул илһөйәрлек?” тип һорайбыҙ. Яуаптар төрлө, бәхәсләшерлектәре лә бар. Әммә күптәре был төшөнсә артында Тыуған илгә һөйөү, уның тарихын тәрәнерәк өйрәнеү, батырҙарын, данлыҡлы шәхестәрен белеү, уларҙы хөрмәтләү, бөгөнгөһө менән ғорурланыу, уны һаҡлауға әҙер булыуҙа күрә.
Беҙ элек-электән азатлыҡ яҡлы булдыҡ. Илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ғүмеребеҙҙе йәлләмәнек, шуға ла ғәйепһеҙ ғүмерҙәр өҙөлөүенә, кешелек ҡиммәттәрен түңкәреп, Аллаһ тәғәлә исеменә йәшеренеп, яуыз ғәмәлдәр ҡылыусыларға йәштәребеҙҙең, балаларыбыҙҙың башын бутауға юл ҡуймау - беҙҙең ҡанда. Яҡташтарыбыҙ Афғанстан Республикаһында ла интернациональ бурысын намыҫ менән үтте. Был һуғышта ла ябай һалдат, офицерҙарыбыҙ үҙҙәрен яҡлаусы, азат итеүсе итеп күрһәтте.
Чечен һуғышы ветерандарының ҡаһарманлығы менән дә хаҡлы ғорурланабыҙ. Рәсәй һалдаты был бәрелештә лә үҙҙәренең йөрәк ҡушыуы буйынса приказды үтәүгә бөтә көсөн, оҫталығын, таҫыллығын һалды.
Шулай ҙа бөгөнгө үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте нисек тәрбиәләргә? Беҙҙә тап ошо йүнәлеште үҙ эсенә алған хәрби-илһөйәрлек, хәрби-тарихи, спорт клубтары эшләй. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе етәкселеге менән хәтер вахтаһы, илһөйәрлек айлыҡтары, спорт, туристик саралар ойоштороу, мәктәп, уҡыу йорттарында ветерандар менән осрашыуҙар уҙғарыу изге йолаға әүерелде.
Ветерандарыбыҙың төп көсө фронт юлдары, хеҙмәт йылдары, хәрби ант менән нығытылған.
Мәскәү дәүләт идаралыҡ һәм технологиялар университетында уҙған “Хәрби дан” көнө айҡанды акцияла 1-се курс студенты Тимур Байғужин Бөйөк Ватан һуғышында ветерандарының ҡаһарманлығы, ә Афған һуғышында ҡатнашҡан Илья Рабаков оҙаҡ йылдарға һуҙылған бәрелеш, операциялар тураһында сығыш яһаны. Тарих аша беҙгә таныш ваҡиға, әммә ул нисә тапҡыр ғына ҡабатлаһаң да, баһаһын юғалтмай. Ике быуын - ике ҡараш, әммә уларҙың йөкмәткеһе бер: һин илеңә хәүеф янағанда, ҡалҡан булып ҡалҡырға бурыслыһың. Быға бер кем дә махсус өйрәтмәй, ул тойғо быуындар аша тапшырыла.
Бөгөн дә донъяла тыныс түгел. Әле бер, әле икенсе урында ҡораллы бәрелештәр сыға, милләттәр араһында бер-береһенә күрә алмаусаныҡ тойғолары уятыусы төркөмдәр барлыҡҡа килә, террорсылар шаша. Ошондай заманда кешеләргә тарихты онотмай, уны ҡара төҫтәргә буяп күрһәтеүселәрҙең ҡотҡоһона бирелмәй, яңынан байҡау яһау кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Террорсылар милләт, илдәр араһында низағ сығарырға, уны үҫтерергә маташа.
Рәсәй биләмәһендә йәшәгән һәр кем Тыуған иле, Ватаны, ғаиләһе өсөн яуаплы икәнен онотмаһа ине. Илһөйәрлек - йәмғиәт ныҡлығы, уның көсө, рухи байлығы. Ошо төшөнсә онотолмағанда, беҙ берҙәм һәм көслө буласаҡбыҙ.
Петр Мурзадеров, Чернобыль һәләкәте ликвидаторы.
Читайте нас: