ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
27 Ғинуар 2018, 11:38

Икмәк еҫе һеңгән ауыл күңелгә һаман яҡын

Ғүмер биргән ҡәҙерле кешеләребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Тормоштоң ниндәй генә баҫҡысына үрләһәк тә, уларҙың аҡыллы кәңәше, йомшаҡ ҡулдары, наҙлы ҡарашына мохтажбыҙ. Атай һүҙҙәре онотолмай, ғаиләлә ниндәй генә осраҡ булмаһын, һуңғы һүҙҙе барыбер улар әйтә. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ. Гәзит уҡыусыларға “Атай абруйы” рубрикаһы аҫтында беренсе мәҡәләбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ ҡәҙерлегеҙ кем? Уның абруйын нимәлә күрәһегеҙ? Әүҙемерәк булығыҙ, яҡташтар, беҙгә ҡушылығыҙ. Хаттар көтәбеҙ!

Ғүмер биргән ҡәҙерле кешеләребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Тормоштоң ниндәй генә баҫҡысына үрләһәк тә, уларҙың аҡыллы кәңәше, йомшаҡ ҡулдары, наҙлы ҡарашына мохтажбыҙ. Атай һүҙҙәре онотолмай, ғаиләлә ниндәй генә осраҡ булмаһын, һуңғы һүҙҙе барыбер улар әйтә. Беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ. Гәзит уҡыусыларға “Атай абруйы” рубрикаһы аҫтында беренсе мәҡәләбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙ ҡәҙерлегеҙ кем? Уның абруйын нимәлә күрәһегеҙ? Әүҙемерәк булығыҙ, яҡташтар, беҙгә ҡушылығыҙ. Хаттар көтәбеҙ!
Ғүмеренең 45 йылын ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған Миңлеғәләм Мөхәмәҙиевтың бала сағы Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында уҙа. Һикһән йәшлек хеҙмәт ветераны комбайнсы, тракторсы, водитель, моторсы, агроном һәм сөгөлдөрсө лә. Һуғыш осоро балаларының һөнәрен һанай китһәң, оҙаҡ дауам итергә мөмкин.
Ауылда хеҙмәт кешеһенең эшһеҙ торғаны юҡ, бының булыуы ла мөмкин түгел. Дөйөм хужалыҡта алһыҙ-ялһыҙ дауам иткән эштән тыш, үҙ донъяңды ла алып барыу кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы Хәсән Мөхәмәҙиев, һалдат шинеле кейеп,ил һағына баҫа. Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыштан һуң 1943 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Дүрт йәшлек малай атай ҡулдары йылыһын тоймай, йәтим ҡала. Ауыр йылдар - аслыҡ, хәйерселек. “Хаттар яңылыша,- тип тынысландыра улының башынан һыйпап әсәһе, - атайың да, бына күрерһең, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр әле”. Әммә күптәргә йылмайған бәхет уларҙың йортон урап үтә - ҡәҙерлеләре әйләнеп ҡайтмай. Ауыр хәлдә көн күргән ғаиләне әсәһенең ағаһы Ғәйзулла Иҫке Муса ауылына күсереп алып ҡайта. Талдан үрелгән ситән ҡоролманы йәшәрлек ҡиәфәткә килтереп индереп, эсле-тышлы балсыҡ менән һылап, әсәһе менән тормоштарын ошонда дауам итәләр. Ауырлыҡтарға ҡарамай, үҫмер 7 класс белем алыуға ирешә, артабан да уҡырға теләге бер ҡасан да һүрелмәй. Колхозда яҙҙан алып ҡышҡа тиклем бер эштән дә ҡалмай ҡатнаша. Бесән осоронда мал аҙығы әҙерләүҙән ҡалмай- ҡолас ташлап бесән дә саба, кәбән дә һала, ат башында ла йөрөй.
Үҫмер 12 йәшендә үҙ аллы Чкалов исемендәге колхозда “Сталинец-6” комбайнында һалам өйгөстә эшләй.
Тапшырылған һәр эштән тәм, күңел тыныслығы табырға өйрәнә Миңлеғәләм. Бында яугир атайҙар, ауыл аҡһаҡалдары, һуғыштан яраланып ҡайтҡан һалдаттар, уларҙың образы ла ғүмер буйы маяҡ булып тормошта дөрөҫ йүнәлеш һайларға, аҙашмаҫҡа ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Ҡышҡыһын, дәрестәрҙән һуң ауыл фермаһына ашыға: бында һалам тарата, мал тәрбиәләшә, яҙғылыҡҡа техника ремонтлауҙа ярҙамлаша.
Йылдарҙы туҡтатып булмай. Егет ҡорона ингәс, ул Стәрлетамаҡ ауыл хужалығын механизациялау училищеһын тамамлап, өсөнсө разрядлы тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Ошо уҡ йылда өмөтлө йәш белгесте шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса звено етәксеһе итеп һайлайҙар. Был вазифала ике тиҫтә йыл эшләп, ул районда ғына түгел, республикала татлы тамыр культураһын үҫтереү, йыйыуҙа юғары уңышҡа өлгәшә. Заманында семинарҙар, тәжрибә уртаҡлашыу сараларының тап ошонда уҙғарылыуы ла осраҡлы булмағандыр. Хеҙмәт баҫҡысынан үрләп, баш агроном Миңлеғәләм Хәсән улы Арыҫлан совхозының Фрунзе исемендәге бүлексәһендә сөгөлдөрсө булып эшләп, һуңғараҡ идарасы булып тәғәйенләнә.
Миңлеғәләм Хәсән улы ситтән тороп ауыл хужалығы техникумында уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай, артабан Башҡорт ауыл хужалығы институтында юғары белем ала.
Тормош иптәше Миңлеғол Ғәйфулла ҡыҙы менән 58 йыл элек ҡорған ғаиләлә 4 малай һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормошта бала ҡайғыларын кисерергә тура килә уларға, Илһамды, ир ҡорона еткән Илдарҙы юғалтыу хәсрәте йөрәктәренә уңалмаҫ яра һалған. Бөгөн үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡан балалары Ришат, Ғәзинур, ҡыҙҙары Әлфиә, ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерлеләре янына ашҡынып ҡайта. Атай абруйы, әсәй наҙы уларҙы тыуған нигеҙгә әйҙәй.
Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһен, икмәк еҫе һеңгән ауыл үҙенә тарта. Йәй гөл-сәскәгә күмелгән яланда бала сағындағылай ялан аяҡ йөрөргә, туҡ башаҡтар тирбәлгән баҫыуға ҡарап, ҡәнәғәт йылмайырға, таң һыҙылғанда, һабантурғай тауышын тыңларға ярата ул.
Намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтаулы исем, наградалар менән билдәләнә. Ҡыҙыл Байраҡ ордены - ошо хеҙмәте өсөн иң юғары баһаның береһелер. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Арыҫлан совхозының Үҙәк ремонтлау оҫтаханаһында эшләй. Йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә, партия ағзаһы, ете тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлана.
“Һуғыш балалары” йәмғиәте булдырылған көндәрҙән башлап уның әүҙем ағзаһы.
Дмитрий
Никифоров.
Читайте нас: