Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
27 Ғинуар 2018, 13:52

Ҡышҡы уйындар, яҡшы кәйеф һәм флешмоб

Яңыраҡ Кочетков урамында йәшәгән балаларға “Темп” үҫмерҙәр үҙәгепедагогтары һәм “Изге кешеләр” ирекмәндәр фонды белгестәре асыҡ һауала байрамойошторҙо.

Яңыраҡ Кочетков урамында йәшәгән балаларға “Темп” үҫмерҙәр үҙәге педагогтары һәм “Изге кешеләр” ирекмәндәр фонды белгестәре асыҡ һауала байрам ойошторҙо. Үҙ-ара танышҡандан һуң конкурс уйындары башланды. Анастасия Губина башҡарыуында йыр йыйылыусыларға хуш килде. Артабан төрлө уйындар тәҡдим ителде. Бергәләп бейеү хәрәкәттәрен өйрәнгәндән һуң, флешмоб башҡарылды. Өлкәндәр хәүефһеҙлек саралары тураһында ла онотманы - һалҡындарҙа һаҡланыу саралары менән таныштырҙы.
Спорт майҙаны балаларҙың шат тауышы, күңелле музыкаға күмелде. Бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшкәс, тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй тәҡдим ителде. Был сара - “Заманса ҡала мөхите” проекты сиктәрендә сафҡа тапшырылған балалар майҙансығында бәләкәстәрҙе йыл дауамында сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың бер ысулы.
Наталья Лукичева, “Темп” үҫмерҙәр үҙәге белгесе.
Читайте нас: