Конгэк
-3 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
21 Февраль 2018, 17:08
Ил һаҡсылары - һеҙҙең арала
“Ағиҙел” балалар клубында “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге педагогтары Афған һуғышы ветераны Марат Ишбаев менән осрашыу ойошторҙо.
“Ағиҙел” балалар клубында “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәге педагогтары Афған һуғышы ветераны Марат Ишбаев менән осрашыу ойошторҙо. Балалар локаль бәрелеш ветеранының иҫтәлектәрен йотлоғоп тыңланы, йәшәү һәм үлем, азатлыҡ өсөн барған бәрелеш сәбәптәре, уның эҙемтәләре тураһында фекер алышты. “Хәтирәләр йылдан-йыл сағыулана ғына һымаҡ. Байтаҡ йылдар үтһә лә, ул йылдарҙы, хеҙмәттәштәремде һағынып иҫкә алам. Хәрби туғанлыҡ ул ҡаһарманлыҡ һымаҡ мәңгелек, ҙур ышаныс менән буласаҡ ил һаҡсыларының һеҙҙең арала икәнлегенә ышанам”,- тине яугир үҙ сығышында. Марат Мөбәрәк улы балаларға һалдаттың төп ҡоралдары - хәрби котелок, фляжка һәм автомат макетын күрһәтте. Сарала ҡатнашыусылар афғандарҙың милли баш кейеме пакуль һәм совет һалдаттарына бирелгән панаманы ла кейеп ҡараны. Был осрашыу үҫеп килгән быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтеү, һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән дәҙур әһәмиәткә эйә. Ҡайҙа ғына, кем генә булһаң да, Тыуған ил азатлығы, уның именлеге өсөн көрәшергә кәрәклеген аңланы балалар.
Черкасова Людмила, педагог-ойошторусы.
Һүрәттә: саранан һуң ветеран менән аралашыу оҙаҡ дауам итте.
Автор фотоһы.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша