ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
21 Февраль 2018, 17:56

Ватанды һаҡлаусылар ниндәй булырға тейеш?

Көслө ихтыярлы, рухлы, физик яҡтан көслө, отҡор, сәләмәт тормош яҡлы һәм, әлбиттә, белемле!

Көслө ихтыярлы, рухлы, физик яҡтан көслө, отҡор, сәләмәт тормош яҡлы һәм, әлбиттә, белемле! Спорт һарайында бөтә Рәсәй оборона-масса һәм спорт эштәре айлығы сиктәрендә үткәрелгән “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы буласаҡ һалдаттарҙың тап ошо сифаттарын асыҡланы.
Уҡыусыларҙың хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре дәресендә алған теоретик белемдәрен нығытыу, йәш быуында армия хеҙмәтенә яуаплылыҡ формалаштырыу һәм иң көслөләрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолған ярышта район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары көтөп ала. Был конкурс йыл һайын үткәрелеп, матур йолаға әйләнгән.
Конкурсты асыу тантанаһында Федоровка, Мәләүез райондары, Мәләүез ҡалаһы буйынса хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров ярышта ҡатнашҡан уҡыусыларҙың һәр береһендә Тыуған илдең, яҡындарының һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илебеҙ һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүен, Рәсәйҙең именлеген һәм тыныслығын тәьмин итеүен өлгө итеп ҡуйҙы.
Ярыштың баш судьяһы мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы Александр Батов конкурс һынауҙары менән таныштырҙы.
Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә ауыл белем биреү учреждениелары командаларынан маҡтаулы урындарҙы Ергән, Корнеевка һәм Һарыш мәктәптәре яуланы. Ҡала мәктәптәренән 1-се мәктәп, 1-се гимназия һәм 8-се мәктәп командалары призлы урындарға сыҡты.
Капитандар конкурсында Артем Белоусов (8-се мәктәп) һәм Петр Казимиров (Корнеевка) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Кәүҙәне күтәреүҙә Андрей Лаптев (1-се мәктәп) һәм Дауыт Улиәхмәтов (Нордовка) беренселекте яуланы. Еңеүселәр һәм урындар алғандарҙың бөтәһе лә Маҡтау грамоталары, кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Һүрәттә: автоматты һүтеп йыйыуҙа һәр уҡыусы яҡшы әҙерлек күрһәтте.
Автор фотоһы.
Читайте нас: