ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана

Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан йөрәктәрҙе елкендереп, яҙ килгәндә ҡатын-ҡыҙҙар көнөн, яҙҙың беренсе байрамын “Һуғыш балалары” йәмғиәтенең Мәләүез бүлексәһе һәм “Өмөта” клубы ағзалары кафела ҡаршыланы.

Кисә Нина Кобзарь һәм 75 йәшен билдәләгән Зәйтүнә Вахитованы ҡотлауҙан башланды. Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы 1983 йылдан алып ҡалала йәшәй, уның хеҙмәт биографияһы суд ҡарары үтәлеше контроле менән бәйле була.
3-сө ҡала үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Тамара Веревкина ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң тарихы менән таныштырҙы, ул 1965 йылдан дәүләт байрамы һәм ял көнө итеп билдәләнә. Әлфиә Байназарова, Алмира Аҡбирҙина, Тәнзилә Ғөбәйҙуллина, Надежда Серяпова, Мария Кондакова, Иван Брусенцовтарҙың шиғыр һәм йырҙары байрамға йәм өҫтәне.
“Һуғыш балалары” ағзаһы Валентин Морозов ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы ә урындағы бүлексә рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Кәримова юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Кисәнең тантаналы өлөшө “Өмөт” клубы ағзалары әҙерләгән концерт менән тамамланды.
Гөлсөм Күсмәева, “Һуғыш балалары” йәмғиәте музейы мөдире.
Автор фотоһы.
Читайте нас: