ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Апрель 2018, 12:22

Һеҙҙең быуын ихтирамға лайыҡ

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырыра.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырыра.
Мәләүез ҡалаһынан 88 йәшлек Зәйнәб Фарштатова ла ошо бәхеткә лайыҡ булды. Ул 42 йыл фронтовиктың тоғро ғүмер юлдашы була, 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
“Һеҙҙең быуын был ихтирамға лайыҡ. Ошондай саралар артабан да дауам итәсәк. Һеҙгә иҫәнлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ”,- тине Рөстәм Наил улы. Үҙ сиратында ағинәй бөтәһенә лә күңеленән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе еткерҙе.
Зәйнәб инәйҙең буласаҡ тормош иптәше Рәшит Миңлегәрәй улы 1942-1946 йылдарҙа фронтта хеҙмәт итә. Уларҙың ғаиләһенә нигеҙ 1949 йылда һалына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран 27 йыл элек вафат була.
Торлаҡ сертификатына документтар туплау 3 йыл элек башланған. Бөгөн Зәйнәб инәй балаларының ихтирамын тойоп һәм кесе ҡыҙы Тамара тәрбиәһендә йәшәй.
ҺҮРӘТТӘ: Сертификат алыу - оло бәхет.
Читайте нас: