Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
20 Апрель 2018, 12:18

Егеттәрҙең армияға теләк менән барыуы ҡыуандыра

Хәрби комиссариатта ҡыҙыу эш осоро Унда яҙғы саҡырыу кампанияһын сифатлы һәм ойошҡанлыҡ менән үткәреү маҡсатында хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы эшләй. Уның аша көн һайын тиерлек 17-22 призывник үтә.

Хәрби комиссариатта ҡыҙыу эш осоро
Унда яҙғы саҡырыу кампанияһын сифатлы һәм ойошҡанлыҡ менән үткәреү маҡсатында хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы эшләй. Уның аша көн һайын тиерлек 17-22 призывник үтә.
Билдәле булыуынса, составына эске эштәр бүлеге, хәрби комиссариат, мәғариф идаралығы вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ингән комиссияны район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкләй. Ултырышты асып, район етәксеһе мөһим кампанияны лайыҡлы үткәреүҙең әһәмиәтен билдәләне, буласаҡ һалдаттарға яҡшы хеҙмәт һәм тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.
Комиссияны рәйес урынбаҫары, хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров алып барҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар йәштәрҙе тәүгә генә күрмәй, уларҙың шәхси эше менән дә яҡшы таныш. Шулай булһа ла, армияға барасаҡ егеттәрҙең бөтәһенә лә ғаилә хәле, белеме, үҙенең генә түгел, атай-әсәһенең дә һаулығы, хөкөм ителмәгәнлеге тураһында һорауҙар бирелде. Шулай уҡ йәштәрҙең ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүенә, дөйөм физик әҙерлегенә ҙур иғтибар бирелде. Спорт разряды егеттәрҙе ниндәй хеҙмәткә билдәләгәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Призывниктарҙың күбеһе - быйыл диплом яҡлаясаҡ урта һәм юғары уҡыу йорто студенттары. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары ла, өйләнгәндәр ҙә, бала тәрбиәләгәндәр ҙә бар. Бынан тыш, буласаҡ һалдаттарҙың саҡырыу комиссияһына, медицина тикшереүенә дәғүәләре юҡлығы менән ҡыҙыҡһындылар.
Шуныһы ҡыуаныслы, егеттәрҙең бөтәһе лә тиерлек армияға теләп бара. Контракт буйынса ике йыл хеҙмәт итергә теләгәндәр ҙә бар. Был күренеш йәштәр араһында хәрби хеҙмәткә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәреүен, уларҙа илһөйәрлек хисе барлығын, физик һәм әхлаҡи ныҡлығын иҫбатлай.
Һүрәттә: Саҡырыу комиссияһы һәр егеттең шәхси эшен ентекле тикшерҙе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: