ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Апрель 2018, 14:32

Оло быуын вәкилдәре - ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Һуғыш ветерандарымы, тылмы - өлкән йәштәгеләр менән һәр осрашыуҙа Гүзәл Шәрипова етәкселегендәге “Яңы быуат” ирекмәндәре шундай фекергә килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Сусловтың дәһшәтле йылдар тураһында хәтирәләренән һуң да, улар совет халҡының ҡыйыу, көслө ихтыярлы, батыр йөрәкле һәм илһөйәр булыуына тағы бер тапҡыр инанды.

Һуғыш ветерандарымы, тылмы - өлкән йәштәгеләр менән һәр осрашыуҙа Гүзәл Шәрипова етәкселегендәге “Яңы быуат” ирекмәндәре шундай фекергә килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Сусловтың дәһшәтле йылдар тураһында хәтирәләренән һуң да, улар совет халҡының ҡыйыу, көслө ихтыярлы, батыр йөрәкле һәм илһөйәр булыуына тағы бер тапҡыр инанды.
Александр Павлович - сығышы менән Александровка ауылынан. Һуғышҡа алынғанда үҙен ҡотларға килгән үҫмерҙәр йәшендә, атап әйткәндә, 17-лә генә булған. 2-се Украина фронтында һуғышып, Молдавияны, Украинаны, Венгрияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан.
- Илебеҙ азатлығы өсөн һуғыштың иң ҡыҙыу осорона тура килдем. Ҡурҡыу белмәй, көндән-көн алға ынтылдыҡ. Дошманды тар-мар итеүгә ышанысыбыҙ шул тиклем ҙур булды. Ошо тойғо беҙҙе аяуһыҙ итте, көс бирҙе, өмөт сатҡыһы уятты, - ти ветеран.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, фронтовик зирәк аҡыллы, хәтере лә яҡшы. Миллиондарса кешенең күҙ йәше, тир һәм ҡан менән яҙылған Ватаныбыҙ тарихындағы мөһим ваҡиғалар һәм даталар мәңгелеккә күңел түренән урын алған. 1945 йылда ҡаты яраланып, Еңеү яҙын Баҡы ҡалаһы хәрби госпиталендә ҡаршылай.
- Үлемесле яра менән ятҡанда ла, совет армияһы еңеүенә ышандым, - ти ул.
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ә III дәрәжә Дан ордены ил халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда ғына килеп таба. Уны тапшырыу тантанаһы балалары, яҡындары ҡатнашлығында ветерандың фатирында үтте.
Ирекмәндәрҙе шулай уҡ ветерандың хәләл ефете Екатерина Михайловнаның да тормош юлы ҡыҙыҡһындырҙы. Федоровка районы ҡыҙының һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа дөйөм хужалыҡты күтәреүгә үҙ өлөшөн индереүе хаҡында иҫтәлектәрен ҡыҙыҡһынып тыңланылар.
Әңгәмә барышында Сусловтарҙың иң яратҡан байрамдары, ғаилә традициялары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында белделәр. Александр Павлович ижад иткән Еңеү тураһында һәм башҡа шиғырҙарын уҡынылар. Сал сәсле, сабыр ҡарашлы, мөләйем йөҙлө ветеран хәтирәләре үҫмерҙәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, тип ышанғы килә.
Һүрәттә: “Яңы быуат” ирекмәндәре һуғыш ветераны Александр Суслов менән әңгәмәләшә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: