ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
24 Апрель 2018, 15:03

Кеше тәбиғәткә ҡаршы тора алмай

Был көн кешелек радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ының 4-се блогында шартлау яңғырай.

Был көн кешелек радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ының 4-се блогында шартлау яңғырай.
Был һәләкәт тураһында күп һөйләйҙәр, шартлауҙың версиялары ла бихисап.
Радиоактив бысраныу Украина, Белоруссия, СССР-ҙың башҡа төбәктәренән тыш, Европа илдәренә лә тарала. Атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобылде уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, халыҡ эвакуациялана.
Атом сәнәғәте ышаныслы ҡулдарҙа тигән уй 2011 йылдың мартында Япониялағы ер тетрәү һәм цунами менән бергә юҡҡа сыҡты. “Фукусима” АЭС-ы фажиғәһе Чернобылде ҡабатланы.
Тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, фажиғә беҙҙең күңелдәрҙе әрнетеп, бер ҡасан да тынмаған хәүеф сығанағы буласаҡ.
Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлай. Шуға күрә лә Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” һәләкәте тарихта ғына ҡалды, хәҙерге тормошта булмаясаҡ, тип бер ҙә әйтә алмайбыҙ. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә күп кеше йәлеп ителә. Беренсе көндәрҙә үк төҙөлә башлаған Башҡорт атом электр станцияһына ла төркөм тупларға йәшерен бойороҡ бирелә. Унда махсус бригада төҙөлә һәм май баштарында ЧАЭС-ҡа оҙатыла. Тәүҙә Чернобылдә атом сәнәғәте белгестәре эшләй. Аҙаҡтан төрлө министрлыҡтарҙан килә башлай­ҙар, хәрби комиссариаттарҙан запастағы һалдаттар саҡырыла, Ҡораллы көстәр ҙә йәлеп ителә.
Припять ҡалаһы кәртәләнә, биналар йыуыла, эшкәртелә, йылға ярҙарында дамба төҙөлә, ныҡ зарарланған ауылдар күмелеп, ҡәберлек яһала, Чернобылдә дезактивация уҙғарыла. Бөтә ерҙә радиация нурланышы тикшерелә. Атмосфераға осҡан радиация ямғыр менән йыуылмаһын өсөн Украина һәм Белоруссияла йәй миҙгелендә самолеттар күкте эшкәртә.
Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостандан да бик күп кеше саҡырыла. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлап, 1990 йылдың 10 декабрендә “Чернобыль союзы” Бөтә Рәсәй ойошмаһы барлыҡҡа килә.
Бөгөн ошонда ҡатнашҡандар радиация эҙемтәһен тойоп йәшәй.
Тап ошо көн район-ҡала “Чернобыль союзы” йәмғиәте ағзалары һәләк булған иптәштәре хөрмәтенә митинг һәм һәйкәлгә сәскә һалыу тантанаһы уҙғара.
ҺҮРӘТТӘ: Һәйкәл-тереләр өсөн.
Автор фотоһы.
Читайте нас: