Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
25 Апрель 2018, 18:43

Тормош оло иләк бит ул, иләй арымай-талмай

Был һүҙҙәрҙе оло тормош юлын үткән 93 йәшлек Нурия инәй Йомағолованан ишеттем. Яҙмышы шул осор быуын келәренән бер нимәһе менән дә айырлмай һымаҡ.

Был һүҙҙәрҙе оло тормош юлын үткән 93 йәшлек Нурия инәй Йомағолованан ишеттем. Яҙмышы шул осор быуын келәренән бер нимәһе менән дә айырлмай һымаҡ. Ҡыҙға 6 йәш булғанда яҡындары Ғафури районынан Федоровка тарафына күсеп килә. Атаһы мул һыулы Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Яуыш ауылында көтөүсе булып урынлаша.
1941 йылдың 21 июнендә 16 йәшлек ҡыҙ атаһы менән йомош буйынса Ғафури районы Мораҡ ауылына килә. Иртәнге 10-дар тирәһендә халыҡты мәктәп алдына йыйылырға өндәп, һыбайлы сабып уҙа. Бында һуғыш башланыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр ишетәләр. Ҡатын- ҡыҙ, бала-саға илай, ирҙәр күңелһеҙ генә тәмәке көйрәтеп, төркөм-төркөм гәпләшә.
Ҡайтыр юл Стәрлетамаҡ аша үтә: ҡайҙа ҡарама күҙ йәштәре, дошманға нәфрәт ишетелә, ә агитаторҙар үҙ сығышында һуғыштың тиҙ арала тамамланып, Совет һалдаттарының Гитлерҙы еңәсәге тураһында һөйләй.
Бер нисә көндән ауылдан йәше еткән ир-егеттәрҙе фронтҡа ала башлайҙар. Гармун уйнап, күрше ауыл осона еткәнсе оҙаталар, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп хушлашалар.
1942 йылдың 15 мартында Нурияның атаһы Рафиҡов Хөрмәтуллаға ла повестка тапшыралар. Ҡатыны Ғизениса 6 бала менән ҡала.
Ғаиләлә иң оло бала 16 йәшлек Нуриянана башҡа тағы 5 сабый. Әммә ауылдаштарының уң ҡулына әүерелә ошондай балалар һәм үҫмерҙәр.
Бала саҡтың ғүмерҙәре ҡыҫҡа...
Колхозда ал-ял белмәй, арып йығылғансы эшләй был йылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә. Һабан һөрә, иген сәсә, ура, утай, мал аҙығы әҙерләй, утын хәстәрләй, ашлыҡ тарта, кәрәк икән келәт алдында эшләй. Йәшәргә генә тырышмай, дошманды еңеү өсөн тылдағыларҙың тырышлығы ла кәрәклеген аңлай. Оҙон төндәр ҡул эштәре, фронттан килгән хаттарҙы уҡыу, төрлө тарих, һуғыш менән бәйле ваҡиғаларҙы һөйләп уҙа. Ә иртән - тағы эшкә. 1944 йылда йәше еткәндәрҙе Белоретҡа урман ҡырҡырға ебәрәләр. Исемлек буйынса тирә-яҡ ауылдарҙан 25 ҡыҙ юлға сыға. Был яҡтарҙың ҡырыҫ тәбиғәте, һалҡын ҡышы, урғып аҡҡан йылғаһы ла һындыра алмай ҡыҙҙарҙың рухын. Илайҙар, әммә йәштәрен күрһәтмәйҙәр, өшөйҙәр, туңалар - хатта ҡыйын икәнлеген белдереп яҙмайҙар, ашау наҡыҫ, кейем кибеп өлгөрмәй, барак иҙәндәге һыу боҙға әүерелә - фронттағыларға икеләтә ауыр икәнлеген аңлап бирешмәйҙәр. Ҡолас етмәҫ ағастарҙы мәңге күрмәҫ хәлгә етеп 10 айҙан һуң ҡайтыр юлға сыға улар. Ара ла йыраҡ, етмәһә, юлда ҡасҡындарҙың күп ваҡыты, хәүефле мәл. Уларға ҡаршы үҫмер ҡыҙҙар нисек ҡаршы тора алһын!? Шунлыҡтан, көндөҙ атлап, кис етһә, ауыл ситендәге ҡәберлектәрҙә ҡуна ҡыҙҙар.
Ниһайәт, 1945 йылдың апрелендә ауылдарына имен-аман етәләр, яралананған атаһы ла тыуған нигеҙгә әйләнеп ҡайтып 5 көн үткәс, һуғыш тамамлана.
Оялмайым үткән ғүмеремә...
Һуғышҡа киткәндәрҙең күбеһе әйләнеп ҡайта алмай, бер ғаиләнән киткән һалдаттарҙың күбеһе батырҙарса һәләк була.
1950 йылда һуғыштың беренсе көндәрендә үк алынып, 2 Дан ордены, иҫәпһеҙ миҙалдар менән ҡайтҡан Әбделғата Ибеләмин улы менән тормош ҡора улар. Тәненең һәр күҙәнәгенә дары еҫе һеңгән уҙаман ҡатынынан уңа - уларҙың ғаиләһендә 10 бала донъяға килә. Әйтеүе генә анһат - уныһында ун төрлө холоҡ, хыял, теләк. Мәктәптә тырышып уҡыйҙар, аталарының ҡарашы, әсәйҙәренең өндәшмәй күҙ һирпеп алыуы ла тәрбиә ысулы була. Икеһе лә колхозда эшләй, һуғыш ветераны ғүмерен малсылыҡ менән бәйләй, хаҡлы ялға сыҡҡас умартасы була. 40 йыл бергә йәшәп өлгөрә Йомағоловтар. Һуғышта алған яралар, ҡарлы-боҙло окопта үткән йылдар, күңел кисерештәре эҙһеҙ үтмәгәндер - 1990 йылда һуғыш ветераны ҡатының тыуған көнөндә мәңгелек донъяға күсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун балаһының берәүһен юғалтыу ҡайғыһын кисерә Нурия инәй.
Бөгөн ул 20 ейән-ейәнсәрле, 12 бүләле өләсәй. Иң оло балаһына- 67, кинйәһе лә 50-не ҡыуа. 3 йыл элек Нурия инәйгә фронтовиктың тол ҡатыны булараҡ, Еңеү көнө алдынан торлаҡҡа Сертификат тапшырыла.
ҺҮРӘТТӘ: 93 йәшлек Нурия инәй Йомағолова.
Читайте нас: