ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм мәләүездәр!

Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 73 йыллығы айҡанлы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Күп йылдар үтһә лә, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙҙың тиңе булмаған батырлығын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Миллионлаған һәләк булыусылар, хәбәрһеҙ юғалғандар, селпәрәмә килгән яҙмыштар... Һуғыш һәр йортҡа, ғаиләгә ҡайғы һәм һынау килтерҙе. Тик фронтовиктарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең түҙемлеге һәм ныҡлығы ғына үлемде, емереклектәрҙе еңде.
Күп милләтле халҡыбыҙ өсөн - Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының улдары, ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн - Еңеү көнөнән дә яҡтыраҡ һәм изгерәк байрам юҡ!
Мәләүездән 15 мең кеше һуғышҡа китә, шуның 6 меңе тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 11 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы алтын йондоҙона лайыҡ, 2-һе - Дан ордены тулы кавалеры, меңләгәне орден-миҙал менән бүләкләнгән.
Тыл хеҙмәтсәндәре Советтар Союзы Армияһының ныҡлы терәге булды, улар фронттан йыраҡта Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индерҙе. Ул осор кешеләре бөтәһе лә бер уй менән йәшәне: түҙергә һәм еңергә! Еңеүселәр быуынының һәм беҙҙең, балаларыбыҙ-ейәндәребеҙҙең хыялы ижади хеҙмәттә тормошҡа ашһын, дәһшәтле һуғыш йылдары үткәндә генә ҡалһын.
Хөрмәтле ветерандар! Һеҙҙең алда сикһеҙ бурыслыбыҙ! Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа башын һалғандарға, тырыш хеҙмәте менән тылда Еңеүҙе яҡынайтҡандарға, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде емереклектән күтәргәндәргә азатлыҡҡа, бойондороҡһоҙлоҡҡа, йәшәүгә хоҡуғыбыҙҙы яҡлап алып ҡалғаны өсөн йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бөйөк эшегеҙ, көслө ихтыярығыҙ, ныҡлығығыҙ һәм сабырлығығыҙ, беҙҙең менән ихлас бүлешкән тормош тәжрибәгеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, бәхет һәм тыныс тормош теләйбеҙ! Байрам менән! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Район Советы Президиумы.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.
Читайте нас: