ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәт итәбеҙ һәм иҫләйбеҙ!

Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләй

Тиҫтәләрсә мең йәштәр «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтендә ҡатнаша
Тиҫтәләрсә мең йәштәр «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтендә ҡатнаша
БР-ҙа 46 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.
Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Еңеү һалдаттарының исемдәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Ә инде бөгөнгө көндә иҫән-имен булып, беҙҙең менән бергә байрам ҡаршылаусы ветерандарға һәр ваҡыт айырым хөрмәт һәм ихтирам күрһәтәсәкбеҙ.
Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләй
Еңеү көнө беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле. 9 майҙа тотош ил буйынса иҫтәлекле саралар, ветерандар менән осрашыуҙар үтә. Ҡыҙыл майҙан Еңеү парадын ҡабул итә, ә миллионлаған кешеләр Үлемһеҙ полк хәрәкәтенә ҡушыла.
Белеүегеҙсә, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Еңеү хаҡына ғүмерен аямаған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, әлеге көндәге иҫән ветерандар тураһында хәстәрлек күреү йәһәтенән тап ирекмәндәр ҙур эш башҡара.
Еңеү ирекмәндәре
«Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәте үҙ сафтарына 190 мең самаһы кешене берләштерә. Уларҙың эшмәкәрлеген Рәсәй Президенты Владимир Путин да юғары баһаланы.
— Ирекмәндәр ветерандарға ярҙам итә, хәрби мемориалдарҙы төҙөкләндерә, — тип билдәләне дәүләт башлығы. — Йыл дауамында йөҙәрләгән сараларҙа ҡатнашалар. Илһөйәрлек — ул Ватанға тоғролоҡ, рухи ныҡлыҡ һәм берҙәмлек. Был мөҡәддәс тойғо тап ана шундай эскерһеҙ эштәр өлгөһөндә тәрбиәләнә.
Республикабыҙҙа әлеге хәрәкәттә биш меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Күптән түгел улар ҡатнашлығында тағы бер матур сара — «Еңеү хаты» акцияһы башланды.
— Хәрәкәт әүҙемселәре һуғыш ветерандарына ҡотлау хаттары яҙып, уларҙы тап байрам көнөндә — 9 Майҙа тапшырасаҡ, — тип һөйләп үтте төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Юдин. — Башҡортостан ирекмәндәре Ҡырымда йәшәүсе ветерандарға ла хаттар әҙерләй. «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы менән берлектә «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылдыҡ: халыҡҡа бушлай Еңеү символы булған таҫма һәм уның тарихы, тағыу тәртибе тураһында мәғлүмәт таратабыҙ. Бынан тыш, апрелдә Бөйөк Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү буйынса Бөтә Рәсәй өмәһе ойошторолдо.
Ошо көндәрҙә республиканың өс ирекмәне «Еңеү илселәре» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булып танылды. Был сара барышында хәрәкәт эшендә ҡатнашыусылар араһынан Еңеү парадын һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында Үлемһеҙ полк акцияһын ойоштороу өсөн иң әүҙем ирекмәндәр һайлап алынды.
— Октябрьский ҡалаһынан Альберт Вәлиев менән Дамир Яҡупов Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк сараларҙа республикабыҙ вәкилдәре булараҡ ҡатнаша. Ә Ангелина Васильева Санкт-Петербургтағы Еңеү парадына юллана, ул да Октябрьский ҡалаһынан, ирекмәнлек менән 2015 йылдан шөғөлләнә, — тип һөйләй Александр Юдин.
— Минең өсөн был конкурстың еңеүсеһе булыу — бик мөһим ваҡиға. «Еңеү илселәре» — илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән әүҙем йәштәрҙе берләштереүсе үҙенсәлекле проект. Унда ҡатнашыусылар өсөн ветерандарға ярҙам итеү, иҫтәлекле урындарҙы, туғандар ҡәберлектәрен төҙөкләндереү кеүек эштәр 9 май менән генә сикләнмәй, — ти Ангелина Васильева.
— 14 йәше тулған һәр кем беҙҙең хәрәкәткә ҡушыла ала, — тип һөйләй Юдин. — Бының өсөн волонтерыпобеды.рф сайтында теркәлеп, анкета тултырырға кәрәк. Артабан ирекмән менән урындағы бүлексә вәкиле бәйләнешкә инәсәк, әлеге ваҡытта бындай бүлексәләр республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә эшләй.
Эҙләү дауам итә
Республика эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Быйыл Ростов, Ленинград, Псков, Новгород, Калининград, Волгоград, Липецк өлкәләрендә һәм Луганскиҙа үтәсәк экспедицияларға 200 самаһы яҡташыбыҙ юлланасаҡ.
— «Обелиск» (Өфө), Х.А. Солтанов исемендәге (Туймазы), «Йәшә, ер» (Октябрьский) һәм «Ватан» (БДУ, Өфө) эҙәрмән отрядтары ағзаларынан торған берҙәм команда Ростов өлкәһенең Обливская станицаһында эштәр алып барасаҡ, — тип һөйләй «Ватан» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Айбулат Хөсәйенов. — 1942 йылдың 24 ноябрендә совет ғәскәрҙәре вермахтың 6-сы армияһын тулыһынса ҡамауға ала. Составына 112-се Башҡорт кавдивизияһы ла ингән һигеҙенсе кавалерия корпусы фашистарҙың Сталинград янында ҡамауҙа ҡалған төркөмөн блокаданан сығарыу өсөн тырышлығын юҡ итеү маҡсатында дошман тылына рейдҡа ебәрелә. Обливская станицаһы ҡамауҙағылар өсөн мөһим стратегик әһәмиәткә эйә була. Тап ошо станицаға һөжүм мәлендә беҙҙең атлылар бик ҙур юғалтыуҙар кисерә. ПВО сараларының булмауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.
Тарихсылар мәғлүмәттәренә ярашлы, 1942 йыл аҙағы менән 1943 йыл башында ғына Башҡорт кавалерия дивизияһы 2600-ҙән ашыу яугирен юғалта, уларҙың күбеһе һауанан бомбаға тотоуҙан һәләк була.
Эҙләү экспедицияларында Балалар-үҫмерҙәр клубтары үҙәгенән дә өс төркөм ҡатнаша. Беренсе төркөм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап Волгоград өлкәһенә юлланды. Сталинград янында республикабыҙҙан 10 меңдән ашыу яугир һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала. Туймазы эҙәрмәндәре Мамай ҡурғанында ошо хаҡта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу тәҡдиме менән сыҡты. Тағы ла ике төркөм Ленинград өлкәһенең Кириш һәм Киров райондарына юл алмаҡсы.
Электрон хәтер китабы
Заманса алымдарҙы ҡулланып, яңы сайт www.pomnimrb.ru — «Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың электрон хәтер китабы» ярҙамында һәр кем Ватан һаҡсыһы (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, шулай уҡ интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған) туғандары тураһында хәтерҙе мәңгеләштерә, үҙ ғаиләһенең тарихын төҙөй ала.
Ул «Өфө ҡалаһын махсус хеҙмәтләндереү комбинаты» башланғысы менән булдырылған һәм йылдан ашыу эшләп килә. Был үҙенсәлекле сайт ярҙамында һәр кем өйөндә ултырып, хәрби туғанының ерләнгән урынын табыу һәм уға тиклем маршрут төҙөү мөмкинлегенә эйә. Әлеге ваҡытта IT-проекттың Android системаһы өсөн ҡулайлаштырылған мобиль варианты ла эшләнгән.
Бынан тыш, ҡулланыусы сайтта үҙенең «Шәхси кабинет»ын булдыра, туғандары тураһында биографик мәғлүмәттәр, һәләк булғандарының ерләнеү урынының фотоһын ҡуя ала, һөҙөмтәлә ғаилә архивы һәм шәжәрәһе тулылана.
Сайтта «Һуғышта ҡатнашыусылар» һәм «Билдәле шәхестәр» тигән бүлектәр бар. Өфө ҡалаһы тәжрибәһен тотош республикаға таратырға хәл ителгән. Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә ерләү урындарының электрон картаһын тултырыу һәм сайтты мәғлүмәттәр менән байытыу бурысы тора.
Ил күләмендә берҙән-бер һаналған был интернет-ресурстың мөмкинлектәре сикһеҙ. Асылда ул башҡа төбәктәр, сит ил кешеләре лә ҡуллана алырлыҡ үҙенсәлекле энциклопедия буласаҡ.
Әлеге ваҡытта сайтта 500-ҙән ашыу кеше шәхси кабинет булдырған, ҡулланыусылар форумда үҙ-ара аралаша, ә инеүселәр һаны 40 меңдән ашҡан.
Проектты ойоштороусылар фекеренсә, ветерандар һәм билдәле шәхестәр хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса киң даирәле патриотик эштә йәш ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтә ала. Тәүге этапта мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында һуғышта ҡатнашыусылар (ҡартатайҙары, өләсәйҙәре, олатайҙары, инәйҙәре) тураһында мәғлүмәт туплау ошо йүнәлештә иншалар конкурсы ойоштороу бурысы тора.
Икенсе этап — иншаларҙы электрон вариантта сайтҡа ебәреү. Өсөнсө этап эҙләү эштәре булыуы ихтимал. Мәҫәлән, теләге булғандар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакогоспиталдәрҙә үлгән яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр табышыуҙа ярҙам итергә мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандарығыҙ, шулай уҡ билдәле шәхестәр хаҡында мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Тере тарих
Республикала һәм унан ситтә киң билдәле эҙәрмән һәм ирекмән Римма Буранбаева һуғыш йылдарына бәйле һәм халыҡ хәтерен һаҡлау өлгөһө булырлыҡ тарих һөйләне.
1942 йылда тимер юлында авария була. Шиңгәккүл — Шишмә араһында ике хәрби-санитар поезд төкөшә. Был һәләкәт поездарҙың береһенең машинисы йоҡлап китеү сәбәпле булғандыр, тип фаразлана.
— Күҙ алдына килтереү ҙә ауыр: кешеләр Сталинград өсөн барған ҡанҡойошта тере ҡалып, Өфөгә госпиталгә китеп бара һәм 40 саҡрым самаһы ғына етмәй, шундай һәләкәткә тарый. Яралылар ятҡан бер нисә вагонды ут ялмап ала. Поездарҙы хеҙмәтләндереүселәр һәм урындағы халыҡ яралы яугирҙәрҙе янған вагондарҙан сығара. Был фажиғәлә 42 кеше — һалдаттар, офицерҙар һәм дүрт санитарка һәләк була. Тағы ла шул сама яралы ҡотҡарып ҡалына, — тип һөйләй Римма Буранбаева.
Был һәләкәт һуғыш ҡырынан алыҫта, тыныс тормошта йәшәп ятҡан халыҡ өсөн тетрәндергес ваҡиға була. Уның әлеге ваҡыттағы тере шаһиттары — ул саҡтағы балалар һәм үҫмерҙәр әле лә, 75 йыл ваҡыт үтһә лә, был янғын тураһында күҙҙәренә йәш алып һөйләй. Ошо йылдар дауамында Шишмә районы халҡы хәрбиҙәр ерләнгән урынды тәрбиәләп тора. 1968 йылда урындағы мәктәп уҡытыусыһы үҙенең уҡыусылары менән тимер юл буйындағы санитар ерләү урынын асыҡлай. Ул — хәҙер туғандар ҡәберлеге.
— Фажиғә урынына ҙур булмаған обелиск ҡуйылған. Үкенескә күрә, унда әле булһа фамилиялар юҡ. Бөгөн хәрби архивтар барыһы өсөн дә асыҡ. Шулай булғас, эште аҙағына еткереп ҡуйырға — һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың исемдәрен асыҡларға кәрәк, сөнки улар әлегәсә хәбәрһеҙ юғалған булып һанала. Туғандары ғәзиз кешеләренең яҙмышын белер, улар ерләнгән урынға килеп, иҫкә алып баш эйер ине, — тип һөйләй Римма Буранбаева.
Интернет ярҙамында эҙәрмәндәр Өфө янындағы һәләкәт шаһитын тапты. Воронеж өлкәһендә йәшәүсе Мария Салманова яралыларҙы оҙатыусы була, янғын башланғас, бер нисә һалдатты ут эсенән йөкмәп алып сыға. Ветерандың хәтере яҡшы, һуғыш йылдарын теүәл иҫләй, тимер юлдағы һәләкәтте лә тәфсирләп һөйләй. Ошо көндәрҙә Мария Ивановна 98 йәшен билдәләгән.
— Ветеран бәйән иткәндәрҙе балалар баҡсаһы мөдире яҙҙырып, интернетҡа һалды. Мария Ивановна — ошо балалар баҡсаһы хеҙмәткәренең өләсәһе, ул балалар менән осрашыуҙарға ла йыш йөрөгән, — тип һөйләй Римма Буранбаева. — Беҙ ветеран менән скайп аша бәйләнешкә сыҡтыҡ. Поезд начальнигының фамилияһын асыҡлап, туғандарын табыуға ирештек. Кешеләр яҡындарының яҙмышын белергә, уларҙы иҫләргә һәм ошо яҡты хәтерҙе киләсәк быуындарына тапшырырға тейеш.
Читайте нас: