ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүгә - 73 йыл

Дауылдан да көслө ине асыу, йөрәгендә ғорур халҡымдың Бөрөләр япраҡҡа тулышҡан, бөтә ерҙә Еңеү байрамы тантанаһы һиллек иткән мәлдә төштө юлым был тарафҡа.

Дауылдан да көслө ине асыу, йөрәгендә ғорур халҡымдың
Бөрөләр япраҡҡа тулышҡан, бөтә ерҙә Еңеү байрамы тантанаһы һиллек иткән мәлдә төштө юлым был тарафҡа.
Редакция йомошо менән сыҡҡанда төрлө яҙмышлы кешеләр менән осрашырға тура килә. Хәсән ауылында йәшәгән 91 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғибәҙулла Рәмиев ҡатмарлы, әммә бәхетле тормош юлы үткән.
“Кендек ҡаным ошо тупраҡҡа тамған. 3 йәш тулыр-тулмаҫ саҡта әсәйем вафат булған, шунлыҡтан ҡәҙерле кешемдең арҡамдан тупылдатып һөйөп, иртәнге йоҡомдан уятыу бәхетен татыманым. Ошо юҡһыныу тойғоһо ғүмер буйы ташламаны һымаҡ. Атайым Лотфулла Рәмиев йәше оло булғанлыҡтан фронтҡа алынманы, хеҙмәт армияһында булды. Яу күтәрелгәндә миңә 14 йәш ине, шунлыҡтан тылдағы ауырлыҡ, хеҙмәт беҙҙең иңгә ятты. Йәтимһергән күңелгә күп кәрәкме - ололарҙың дәртләндереп әйткән йылы һүҙе - оло баһа, тағы ла тырышыбыраҡ эшләгән булабыҙ. Ауыл халҡы был йылдарҙа ни генә күрмәне - бер-береһе менән уҙышҡандай ҡара хаттар килде, аслығына төрлө ауырыу өҫтәлде, әммә кеше һынығына өмөт итеү, һорауһыҙ тейергә ярамағанлығы яҙылмаған ҡанун булараҡ ҡабул ителде. Ирҙәр ҡулы теймәгәс, ер эшкәртеү ауырлашты, шулай булһа ла ауылым инәйҙәре ос һәнәге менән кәбәнен дә һалды, мал аҙығы ла әҙерләне, фронтҡа ла ярҙам итте”, - тип башланы әңгәмәне Ғибәҙулла олатай.
Ниһайәт, 17 йәше тулған егеткә повестка тапшыралар. Йәш егеттәр Алкинола әҙерлек үткәс, Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Командир һалдаттарҙы Япония менән һуғышҡа әҙерләүҙәре, бәрелеш сәбәптәре тураһында аңлата. (Рус-Япон һуғышы сәбәптәре хәрби генә түгел, сәйәси мәғәнәгә лә эйә. Совет һалдатары көслө Квантун армияһын тар мар итеп, был йылдарҙа Икенсе донъя һуғышына нөктә ҡуя. Уның рәсми тамамланыуы булып 2 сентябрь, Японияның тулыһынса капитуляцияланыуы тураһында Актҡа ҡул ҡуйылыу көнө һанала. Советтар Союзы был һуғыш һөҙөмтәһендә 1905 йылда тартып алынған Көньяҡ Курил утрауҙары өлөшөн кире ҡайтарыуға өлгәшә. Авт.)
Ғибәҙулла Рәмиев тап ошо бәрелештә ҡаты яралана: пуля муйынын тишеп үтә. Йәш организм 7 ай дауам иткән үлем менән алышта еңеп сыға. Егет тыуған яғына 1946 йылдың сатнама һалҡынында икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Һаулығы самалы - тейешле дауа юҡ. Хәрби комиссариатҡа саҡырып, һалдатты Мораҡҡа тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр.
Шәхси тормошта ла бәхетһеҙлек һағалай - улын ҡалдырып беренсе ҡатыны вафат була. Тормош шулай һаулыҡ, эш, йәшәргә ынтылыш өсөн көрәшкә әүерелә. Икенсе тапҡыр бәхетен һынап ҡарай егет - яҙмышын Күгәрсен районы Нарбут ауылынан Тәҡлимә исемле ҡыҙ менән бәйләй.
67 йыл бергә бәхетле тормош кисерә Рәмиевтар, 7 балаға ғүмер бүләк итәләр.
Рәмиевтарҙың береһе колхозда һауынсы, икенсеһе 30 йылдан ашыу тракторҙа эшләй. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме тырышлыҡ, көс, сабырлыҡ талап ителеүен уларҙы тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙән башҡа кем белһен!?
Ҡасандыр бала сағында үҙе татымаған йылылыҡты бөгөн үҙҙәре олатай-өләсәй булған сабыйҙарына өләшә Ғибәҙулла бабай. Ҡәҙерлеләренең изге кәңәшен, йылы һүҙенә мохтаж балалары бөгөн дә атай йорто, тыуған нигеҙенә ашҡынып ҡайта.
Ветеран ауылдаштарының ғына түгел, ауыл хакимиәте етәкселегенең дә даими хәстәрен тойоп йәшәй. Еңеү көнө алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндан да ҡотлау Хаты алып шатланған. Мәктәп балалары ла ветеран янына теләп килә.
Йылдар, юлдар... Беҙ заманаға зарланырға күнегеп тә барабыҙ түгелме!? Туғыҙ тиҫтәне тултырған ветеран иһә, йөрәген изгелектәр йыйып, һәр атҡан таң, ҡарҙы ярып баш ҡалҡытҡан үлән, сәскәгә томаланған япраҡ, тирә-яҡтағыларҙың йылы ҡарашынан көс, йәшәүгә дәрт алып, үҙе әйтмешләй, әкрен генә, һәүетемсә йәшәүен дауам итә. Оҙаҡ йәшә, ветеран!
Һүрәттә: Ғибәҙулла Рәмиев.
Автор фотоһы.
Читайте нас: