ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланылар

Мәләүез район-ара прокуратураһында Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы.

Мәләүез район-ара прокуратураһында Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Прокуратура коллективы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәргән Мөҙәрис улы Юсеевтың тол ҡатыны Рәйлә Әбүбәкер ҡыҙын ҡотланы. Һуғыш ветераны Мәргән Юсеев пенсияға сыҡҡансы 1977 йылдан алып 1987 йылға тиклем Мәләүез район-ара прокуратураһында прокурор вазифаһында эшләне. Мәргән Мөҙәрис улының фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланды. Ул “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булған, РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы, СССР-ҙың Генераль прокуроры Маҡтау грамоталары, хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән.
Мәргән Мөҙәрис улы Рәйлә Әбүбәкер ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерҙе, ҡыҙ һәм ул, дүрт ейән тәрбиәләне, 2008 йылда вафат булды.
Прокуратураның барлыҡ хеҙмәткәрҙәре исеменән бөтә ветерандарҙы Еңеү көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, именлек, оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Наталья БЕЛОГЛАЗОВА, район-ара прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: