ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ғорур халҡымдың йөрәгендә - мәңгелек хәтер

Еңеү көнө - иң оло һәм изге байрам. Ул - халыҡтар ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө лә. Рәсәйгә, уның үткәненә нисек кенә бысраҡ тағырға теләмәһендәр, тарихтың һәр бите ҡәҙерле.

9 майҙа Мәләүез ҡалаһында Ватанды һаҡлап һәләк булыусыларға арналған мемориал алдында театрлаштырылған тамаша һәм байрам концерты үтте.
Район-ҡалала Еңеү яҙын 40-тан ашыу ветеран ҡаршылай. Байрам алдынан йылдағыса һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғышта һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар уҙҙы, мохтаждарға торлаҡ Сертификаттары тапшырылды. Медицина хеҙмәткәрҙәре һуғыш ветерандары һәм инвалидтарына комплекслы медицина тикшереүе үткәрҙе, Йәштәр советы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары ветерандарҙың йорт-ихаталарын тәртипкә килтерҙе. Белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларында Бөйөк Еңеүгә арналған саралар үтте.
Еңеү көнө - иң оло һәм изге байрам. Ул - халыҡтар ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө лә. Рәсәйгә, уның үткәненә нисек кенә бысраҡ тағырға теләмәһендәр, тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә тыныс тормошто кемдәрҙең ҡитғаларҙы баҫып алып, донъя менән идара итеү теләге боҙа. Хаталарҙы ҡабатламаҫ, сәйәси аңлашмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн илдәр араһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Әммә планетабыҙҙа әленән-әле хәрби бәрелеш ҡуба, ҡан ҡойош дауам итә.
Ҡала халҡы яратҡан урыны - “Дан” паркына төп саралар уҙасаҡ урынға йыйылды. Майҙан күркәм биҙәлгән, байраҡтар елберҙәй, халыҡтың күплеге хайран итте. Был байрамға яҡташтарыбыҙ күңел ҡушыуы буйынса килә. Һәр кемгә Георгий таҫмалары таратылды. Түштәре орден-миҙалдарға тулған һуғыш ветерандары байрам түренән урын алғас, ҡала мәҙәниәт һарайы оркестры тантананы дәртле марш менән асты.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышын йыйылыусыларҙы, илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән, Еңеү яулауға ҙур өлөш индергән оло быуын вәкилдәрен ҡотлауҙан башланы.
- Бөгөн -ҡаһарманлыҡ һәм тоғролоҡ, илһөйәрлек һәм батырлыҡ байрамы. Илен һаҡлауға15 меңдән ашыу яҡташыбыҙ күтәрелә, шуларҙың 6 меңе тыуған яғына ҡайта алмай, батырҙарса һәләк булды. Беҙ уларҙың ҡаһарманлығын оноторға тейеш түгел, - тине. Һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар,ауыр яра алып ҡайтҡандар, геройҙар - бөтәһе лә киләсәктең, тимәк, беҙҙең көндәрҙең имен, тыныс булыуы өсөн көрәшкән. Бөгөнгөбөҙ - 1941-1945- тәге еңеү һөҙөмтәһе. Аҙ ҡалған ветерандар иғтибар һәм хөрмәт тойоп йәшәй,- тип өҫтәне.
Район хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү ололарҙың бурысы икәнлеген билдәләп китте.
Ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов 1418 көн дауам иткән һуғышта Башҡортостан, Мәләүез яугирҙәренең тос өлөшө хаҡында әйтте.
Сығышты йәштәр исеменән Иван Смирнов тамамланы. Һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителгәс, һәйкәлгә венок һалынды, залп бирелде.
Парадта сәхнәләштерелгән тамаша Совет халҡының ҡабатланмаҫ ҡаһарманлығын һүрәтләне.
Мәскәү, Сталинград, Курск яуҙары, Ленинград блокадаһы, партизандар, тылдағылар, Европаны азат итеү, Башҡорт кавалерияһы һыбайлылары, Рейхстагҡа флаг элеү күҙ алдынан тере картина булып үтте. Һуғыш тураһындағы яңғыраған йыр, шиғырҙарҙан күңел тулды. Һалдаттарҙың Тыуған иленә еңеү менән ҡайтыу эпизоды күңелдә шатлыҡ уята.
Йылдағыса ҡаланың уҡыу үҙәге, эске эштәр бүлеге, махсус учреждение хеҙмәткәрҙәре, Чернобыль һәләкәте, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар, кадет корпусы курсанттары һәм башҡа ойошма вәкилдәре сафтарға теҙелеп үтте.
“Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Быйылда тотош ғаиләһе менән атай-олатайҙары рухына тоғролар ҡаланың төп урамы буйлап тантаналы шарттарҙа уҙҙы.
Тантаналы өлөштән һуң ҡала предприятиелары, ойошма, йәмғиәт, учреждение вәкилдәре һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалды.
Читайте нас: