ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Спорт уңыштары - ветерандар хөрмәтенә

Бөйөк Еңеүгә арналған байрамдың тантаналы өлөшө тамамланып, һуғыш ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен ялан кухняһына оҙатҡас, халыҡ ике өлөшкә бүленде.
Уларҙың береһе еңел атлетика эстафетаһын һәм республика велоуҙышын ҡарарға ҡалһа, икенсеһе район-ҡаланың иң яҡшы һәүәҫкәр артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле концертҡа, сауҙа рәттәренә йүнәлде.
Еңел атлетика ярышы быйыл 44-се тапҡыр ойошторолдо. Беренсе тапҡыр ул Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы билдәләнгән йылда үтте. Район Хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм секторы мөдире Ринат Басиров билдәләүенсә, ошо дәүерҙә эстафетала ун меңдән ашыу йүгерек ҡатнашты. Спортсылар еңеүен совет халҡының азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн башын һалған фронтовиктарға арнай. Шулай уҡ һаулығын һыуыҡ окопта ҡалдырған, аяҡ-ҡулһыҙ килеш тә илде емереклектән күтәргән, бөгөнгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан вафат булған һуғыш ветерандарына, тылда үгеҙ егеп ер һөргән, балаларын астан үлтермәҫ өсөн баҫыуҙа башаҡ эҙләгән, бөтә ауырлыҡтарға үс итеп, атай-әсәйҙәребеҙҙе лайыҡлы аяҡҡа баҫтырған өләсәйҙәргә бағышлай.
Еңел атлеттар был сараны йыл да көтөп ала һәм уға әҙерлеккә айырыуса иғтибар бирә. Шулай итеп, абсолют беренселектә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре еңеү яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарға 3-сө гимназия һәм 6-сы лицей спортсылары лайыҡ булды. Уларға “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто филиалы - “Мәләүез мәғлүмәт үҙәге” директоры Александр Корицкий “Путь Октября” гәзите призын тапшырҙы.
Урта мәктәптәр, гимназиялар араһында дөйөм иҫәптә маҡтаулы урындарҙы 3-сө гимназия, 6-сы лицей һәм 9-сы гимназия командалары алды. Һөнәри белем биреү учреждениеларынан индустриаль колледж - беренсе, күп профилле колледж - икенсе һәм Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институты филалы өсөнсө урындарға сыҡты. Предприятие, ойошмаларҙан быйыл “Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте генә уҙышты.
Йыл һайын 9 Майҙа велоуҙыш буйынса республика ярышын үткәреү ҙә күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл унда 12 команда ҡатнашты, шуның 2-һе - Ырымбур өлкәһенән, 1-һе - Тажикстандан, ҡалғандары - Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан. Унда мәләүездәр ҙә уңышлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә 20 километрға уҙышыуҙа Данил Федоров (1-се гимназия) һәм Есения Мельникова (8-се мәктәп) өсөнсө урын яуланы. Ҡуласа буйынса йүгереүҙә Есения - дүртенсе, ә Данил бишенсе урынға дайыҡ булды.
Ярыштарҙан һуң спортсылар “Мәңгелек ут” монументы янында тантаналы шарттарҙа Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
Ялан кухняһы - хәтирәләр урыны
Был көндә мәләүездәр оло быуын вәкилдәренә мөмкин тиклем күберәк хөрмәт күрһәтергә, рәхмәт белдерергә тырыша.
Сәхнәләштерелгән тамашанан һуң һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм ирекмәндәр ярҙамында Геройҙар аллеяһынан үтте. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙға арналған мемориаль таҡталар янында туҡталып, сәскә һалдылар, тын ҡалып иҫкә алдылар.
Календарҙа байрам тип билдәләнһә лә, 9 Май - ул, ысын мәғәнәһендә, бөтә донъя Хәтер көнө. Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандар, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән тылда Еңеүҙе яҡынайтҡандар тураһында иҫтәлектәр, хәтирәләр менән бүлешеү индустриаль колледж коллективы әҙерләгән ялан кухняһында дауам итте.
Колледж ашнаҡсылары меңгә яҡын порция һалдат бутҡаһы, ҡайнар сәй әҙерләгәйне. Хәрби кейемдәге уҡыусылар уларҙы таратты. Ялан кухняһын ойоштороу ҙа - оло быуынға күрһәткән хөрмәт билдәһе. Унда ветерандар, күңелдәре булғансы, аралашты, йәшлек йылдарын иҫкә алды һәм шулай уҡ һәүәҫкәр артистарға ҡушылып, хәрби-илһөйәрлек йырҙарын башҡарҙы.
Ғөмүмән, был көндө “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа ойошторолғайны. Һәүәҫкәрҙәр иң яҡшы йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы. Байрам сауҙаһы ойошторолдо, балалар өсөн аттракциондар эшләне һәм башҡа күңел асыу саралары үткәрелде.
Кисен ҡаланың Үҙәк майҙанында ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре концерты һәм йәштәр дискотекаһы булды. Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы көн салют менән тамамланды.
Һүрәттәрҙә: Буласаҡ Ватан һаҡсылары олатайҙары аманатына тап төшөрмәҫ.
Еңел атлетика эстафетаһында өсөнсө урын алған 9-сы башҡорт гимназияһы командаһы тренерҙары менән.
Автор фотолары.
Читайте нас: