Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
28 Май 2018, 17:14
Хеҙмәттә йәм тапҡан быуын
Иштуған ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеү алдынан “Һуғыш балалары” категорияһына ингән хеҙмәт ветерандарына иҫтәлекле миҙал һәм танытма тапшырыу тантанаһы үтте.
Иштуған ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеү алдынан “Һуғыш балалары” категорияһына ингән хеҙмәт ветерандарына иҫтәлекле миҙал һәм танытма тапшырыу тантанаһы үтте.
Нәсимә Әлмөхәмәтованың бала һәм үҫмер сағы ауырлыҡта һынала. Тыумышы менән Һәргәй ауылынан ул. Атаһы һуғыш яланында ҡаһармандарса һәләк була. Ил азатлығы өсөн көрәшкәндәргә тылдағылар ихлас ярҙам итә, Нәсимә лә улар менән ваҡыт һәм һуғыш һынауын лайыҡлы үтә. Бай тарихлы тормош юлы үткән сабыр күңелле изге йәнле ҡатынға Хоҙай тәғәлә тән дауаһына зарыҡҡандарҙы дауалау көсө биргән.
Мотай ауылынан Кәбир Уразбахтин ғүмерен колхозда ат ҡарауға арнаған. Һуғыш йылдарында үҙен тырыш үҫмер итеп танытҡан. Тиҫтерҙәре менән яланда ла эшләй, фермала ла һынатмай. Ауыр йылдарҙа хеҙмәт сынығыуы алған үҫмер һынылыш осоронда көрсөккә терәлгән ауыл хужалығын тергеҙеүгә тос өлөш индерә.
“Һуғыш балалары” йәмғиәте рәйесе Николай Бедняков ҡотланыусыларға бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләне.
Гөлсөм Күсмәева.
Һүрәттә: “Һуғыш балалары” быуыны вәкилдәре.
Автор фотоһы.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты