ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Егеттәр армияға әҙерләнә

Бөгөнгө заман шарттарында йәш быуында хәрби хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, Тыуған илде һаҡлауға әҙерләү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү бик мөһим. Уҡыу йылы аҙағында йәмле Нөгөш буйындағы “Спартаковсы” лагерында үткән хәрби-ялан йыйыны шул маҡсатта ойошторола.

Бөгөнгө заман шарттарында йәш быуында хәрби хеҙмәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, Тыуған илде һаҡлауға әҙерләү, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү бик мөһим. Уҡыу йылы аҙағында йәмле Нөгөш буйындағы “Спартаковсы” лагерында үткән хәрби-ялан йыйыны шул маҡсатта ойошторола.
Был сара йыл һайын уҡыу йылы аҙағында уҙғарылып, матур йолаға әйләнгән. Унда район-ҡала мәктәптәренең 10-сы класс уҡыусылары Ватанды һаҡлау өлкәһендә һәм башланғыс хәрби әҙерлек буйынса белемдәрен нығыта.
Сборҙы асыу тантанаһында буласаҡ һалдаттарҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы.
- Ялан йыйыны һеҙҙе төрлө яҡлап һынаясаҡ, бында хәрби хеҙмәттең тәүге тәжрибәһен, һабағын алаһығыҙ. Лайыҡлы алмаш үҫеүен күрһәтергә тейешһегеҙ, - тине район етәксеһе.
Йәш быуынды хәрби күнекмә үтеү менән Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡотланы. Сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә армия хеҙмәтен үткән кеше ысын ир-егет булыуын билдәләне. Шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙың биш көн дауам иткән сарала башланғыс хәрби әҙерлек һынауҙарын уңышлы үтеүенә, киләсәктә Тыуған илебеҙ һағында уяу тороуына, үҙҙәрен лайыҡлы Ватан һаҡсыһы итеп күрһәтеренә ышаныс белдерҙе.
Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың кәйефе шәп ине. Улар дүрт взводҡа бүленеп, биш көн дауамында хәрби-ялан шарттарында йәшәне. Автомат һүтеп-йыйыу менән генә шөғөлләнмәне, дөйөм ғәскәр Уставы менән дә танышты. Көн һайын йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар, лекциялар, әңгәмәләр, спорт ярыштары планлаштырылғайны. Үҫмерҙәр хәрби йыйындан ил һаҡсыһы булыу еңел түгеллеген, әммә бик мөһим икәнлеген һәм армияға яҡшы әҙерлекле, көслө рухлы, түҙемле һәм Ватанын яратҡан һалдаттар кәрәклеген аңлап ҡайтты.
Һүрәттә: 4-се взвод команда көтә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: