ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Алмағастар үҫтергән ағайым

Оло һынауҙарға ла бирешмәгән, һынмаған, бөгөлмәгән быуын ул

Оло һынауҙарға ла бирешмәгән, һынмаған, бөгөлмәгән быуын ул
Һуғыш балалары - Әмирхан ағайымды - атайым Тимерхандың бер туған ҡустыһы алты йәштән иҫләйем. Һыртланда йәшәй инек. Урамда уйнап йөрөһәм, ҡаршыма оҙон буйлы ир-егет килә. Мине күргәс, фотоаппаратын алып, төшөрөп тә алды, ошондай иҫтәлекле мәлдәр хәҙер ғаилә архивында байтаҡ. Уларҙы ағайым төшөргән. Үҫкән саҡта кемгәлер оҡшарға тырышаһың бит. Мин дә ағайымдан өлгө алырға тырыштым. Туғыҙ йәшемдә, Өфөгә алып барып, баш ҡала буйлап йөрөткәндә, “бына ошо йортта гәзиттәрҙе сығаралар” тип күрһәткәне хәтергә һеңеп ҡалған. Ошо ваҡиға буласаҡ һөнәремде һайлағанда булышлыҡ иткәндер, тим.
Ауыл хужалығы институтында уҡығанда каникулға ҡайтҡанда ла, һауынсылар эргәһенә барып, сәйәси яңылыҡтар менән таныштырыуына, Ерек ауылы клубында халыҡ-ара хәл тураһында лекция уҡыуына шаһит булдым. Бар эшкә маһир, бөтмөр ине ул. Бесәнен дә сапты, утынын да әҙерләне, ата-әсәһенә ныҡлы терәк булды.
1958 йылда Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районы Ленин исемендәге колхозда практика үткән сағында тәүләп шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙе ойоштора, яңы сортты һынап ҡарай һәм оло уңышҡа өлгәшә. Гектарынан 380 центнер татлы тамыр алына һәм гәзит, журналдарҙан килеп, йәш белгестең уңышы хаҡында яҙалар. Әмирхан Күсмәевтың практикаһын “бишле”гә баһалайҙар, хатта 4 мең һум премия бирәләр, районға эшкә саҡыралар.
Дипломын “бишле”гә генә яҡлаған, тырыш егетте фән юлында күрергә теләп, башта Кушнаренко, аҙаҡ Өфө тәжрибә хужалығына ебәрәләр. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтың эре, татлы алмаларын бала саҡта мин дә тәмләнем һәм билдәле ғалимдарҙың, башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең ағайыма ҙур хөрмәт менән ҡарауын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Емеш-еләк үҫтереүҙә, яңы сорттар һынауҙағы уңыштары өсөн Әмирхан Яҡуп улы Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы, аҡсалата премия менән бүләкләнә. Йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша: комсомол, профсоюз ойошмаһын етәкләй, халыҡ дружинаһы, спорт буйынса ла эштәрҙе алып бара.
Бер аҙҙан баҡсасылыҡ буйынса аспирантураға инә, әммә фәнни эшен дауам итергә форсат сыҡмай. Әүҙем, булдыҡлы, талапсан белгесте республика етәкселеге күреп, БАССР-ҙың Халыҡ контроле комитетына ауыл хужалығы буйынса инспектор бүлек етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Атаһы Яҡуп, әсәһе Бәҙерниса өйрәткәнсә, тик үҙ хеҙмәтең менән йәшәргә, намыҫлы, кешелекле булырға өйрәнгән Әмирхан Күсмәев ошо өлкәлә йөҙөп эшләй; дәүләт мөлкәтенә, халыҡ байлығына ҡул һуҙыусылар, күҙ буяусылар менән аяуһыҙ көрәшә, оло тормош тәжрибәһе туплай. “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, исемле ҡул сәғәте, СССР Халыҡ контроле комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
“Егәрлене эш һөйә”, тиҙәр бит. 1976 йылда Әмирханға РСФСР Емеш-еләк сәнәғәтенең Башҡортостан бүлегендә, аҙаҡ тресында етәкселек бурысын тапшыралар. Бөтөн республиканы баҡсалар иле итергә хыялланған ир азаматы генераль планға заказ бирә, емеш-еләкте урында эшкәртеү цехы асыу өҫтөндә эшләй. Үҙенең тыуған районында “Ужа” емеш-еләк питомнигын аса, уға даими ярҙам итә. Сит өлкәләр тәжрибәһен өйрәнә, трестың матди базаһын нығыта. Һуңғараҡ ул республиканың Һыу хужалығы министырлығында, Благоварҙа “Сельхозхимия” идаралағы етәксеһенең беренсе урынбаҫары булып эшләй. Һәр ерҙә үҙен тәрән белемле, алдынғы ҡарашлы, талапсан етәксе итеп күрһәтә. Йәшәгән ерендә, тыуған ауылында ҙур-ҙур емеш баҡсалары үҫтерә, туғандарын да йәлеп итә. Атаһынан күскән һунарсы ҡомарын да ташламай, өс бәһлеүән кеүек улын да үҙ артынан эйәртә. Дүрт ейән-ейәнсәренә олатай булыу бәхетен дә кисерҙе ул. Ваҡытында ата-әсәһенә тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Бөгөн хәләл ефете вафатынан һуң ауылдашы, йәшлек дуҫы Клара Хәмит ҡыҙы менән йәрәшеп, ҡышын Өфөлә, йәйен Еректә йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр, “Көнгәк” гәзитен яратып уҡыйҙар.
Бала, үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән быуын ошо ҡот осҡос афәт ҡабатланмаһын, еребеҙҙә игендәр гөрләп үҫһен, баҡсалар сәскә атһын, балаларыбыҙ атайсалға тоғро булһын, тип теләй.
Мәрйәм Күсмәева, РФ һәм РБ яҙыусылар союзы ағҙаһы.
Читайте нас: