ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, уландар!

Хәрби комиссариат бүлегендә ҡыҙыу осор. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем армия сафына ҡабул итеү кампанияһы бара. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров әйтеүенсә, яҙғы саҡырылышта 141 ир-егетте хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған.

Хәрби комиссариат бүлегендә ҡыҙыу осор. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем армия сафына ҡабул итеү кампанияһы бара. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров әйтеүенсә, яҙғы саҡырылышта 141 ир-егетте хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған. Уҙған йылдың ошо осоронда улар 127 кеше булған.
Һалдаттар илебеҙҙең төрлө мөйөшөнә юлланасаҡ. Апрелдән армияға алынғандар Мәскәү эргәһе, көньяҡ, Алыҫ Көнсығыш, Калининград, Санкт-Петербургтың төрлө ғәскәрендә һалдат бурысын үтәй ҙә инде. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлеге яҡшы. Араларында сәләмәт тормош алып барған, даими спорт менән шөғөлләнгәндәр бар.
Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға дин әһелдәре, хәрбиҙәр саҡырыла. Әле лә Екатеринбург ҡалаһынан килгән рота старшинаһы Әсхәт Ҡазбулатов әрме тормошо тураһында телмәр тотто, яҡташтарына уңыш теләне. Дин әһеле Рафаил доға ҡылды. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров армияға алыныусыларҙың имен хеҙмәт итеүен теләп, һәр береһе менән ҡул биреп һаубуллашты.
Тыуған яҡ, яҡындар, дуҫтар менән айырылышыу минуттары бик ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, егеттәр һыр бирмәй хәрби кәйеф менән юлға сыҡты. Имен йөрөгөҙ, уңыш юлдаш булһын, егеттәр!
Әлиә БУЛАТОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: