ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ватанға һөйөү төбәктән башлана

Ергән мәктәбе “Ҡояшҡай” лагерының 7-се отрядында ял иткән балаларға ауыл элеваторына экскурсия бик оҡшаны.

Ергән мәктәбе “Ҡояшҡай” лагерының 7-се отрядында ял иткән балаларға ауыл элеваторына экскурсия бик оҡшаны.
Уларҙы предприятие хеҙмәткәре Ләлә Ғүмәрова ҡаршы алды, ә экскурсияны мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусыһы Максим Никитин алып барҙы. Уның сығышынан уҡыусылар “Ергән элеваторы” йәмғиәтен Радмир Һабашев етәкләүен белде. Ул да ауыл мәктәбен тамамлаған. Хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәндән һуң, үҫмерҙәр бөртөклөләрҙән проба алғандарын, транспорт үлсәгәндәрен ҡараны. Аҙаҡ мал аҙығын әҙерләү цехы эшмәкәрлеге менән таныштылар. Сергей Маркелов технология процессы тураһында ентекле һөйләне. Бынан тыш, балалар элеваторҙың ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе булыуын белде.
Әлфиә УСМАНОВА,
мәктәп яны лагеры начальнигы.
Һүрәттә: Элеваторҙа экскурсияла.
Читайте нас: